7 Артабан Ғахор үҙәненән Девирға менә лә, төньяҡҡа, уянан көньяҡҡа үтеүсе Адуммим артылышы ҡаршыһындағы Гилгалға табан борола, шунан Шәмәш инешенә табан килеп, Рогел инешенә барып етә.
Йонаҫан менән Ахимағас Рогел инеше янында көтөп ҡалды. Уларға ҡалала күренергә ярамағанлыҡтан, Дауытҡа әйтә торған бөтә һүҙҙе хеҙмәтсе ҡатын барып һөйләне.
Адонияһ Рогел инеше янындағы Зохәләҫ ташына килеп ваҡ мал, үгеҙ һәм һимертелгән башмаҡтар салды ла бөтә ағай-энеләрен, йәғни батша улдарын, батшаға хеҙмәт иткән барлыҡ Йәһүҙә кешеләрен саҡырҙы.
Мине эҙләгән халҡыма Шарон үҙәне – көтөүҙәр өсөн утлау, Ғахор үҙәне мал-тыуарға ял урыны булыр.
Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.
Шунан һуң Йушағ һәм бөтә исраилдар Гилгалдағы тупламдарына әйләнеп ҡайтты.
Шунан Калев, Девир ҡалаһында йәшәүселәргә һөжүм итер өсөн, юлға сыҡты. Девирҙың элекке исеме Ҡыръяҫ-Сәфәр ине.
Бейт-Хоглаға табан күтәрелә, Бейт-Ғараванан төньяҡҡараҡ үтеп, өҫкә, Рәүвән улыныҡы булған Боһан ҡаяһына менә.
Артабан сик төньяҡҡа, Шәмәш инешенә табан борола, Адуммим артылышы янындағы Гелилоҫҡа табан барып, Рәүвән улының Боһан ҡаяһына ҡарай төшә.
Беренсе айҙың унынсы көнөндә исраилдар Иордан аша сығып Йерихонан көнсығышҡараҡ, Гилгал тигән урында туплам ҡорҙо.
Йушағ һәм тотош исраилдар Зерах улы Ғаханды баяғы көмөшө, ябынсаһы һәм алтын киҫәге менән, шулай уҡ улдары һәм ҡыҙҙары, эре һәм ваҡ малы, ишәктәре менән, сатыры һәм унда булған бөтә нәмәһе менән бергә Ғахор үҙәненә алып китте.
Өҫтәренән бейек итеп таш өйҙөләр – был өйөм әле лә шунда. Шулай иткәндән һуң, Раббының асыуы баҫылды. Шул замандан бирле был урын Ғахор үҙәне тип атала.