Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 15:41 - Изге Яҙма

41 Гедероҫ, Бейт-Дагон, Нағама һәм Маҡҡыда – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун алты ҡала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 15:41
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шефелалағы зәйтүн һәм ҡырағай инжир ағастары өсөн Ғәдәрҙән Бәғел-Ханан, ә һаҡлауҙа булған ағас майҙары өсөн Йоғаш яуаплы була.


Пелештиҙәр ҙә Йәһүҙәнең Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларына һөжүм итеп, Бейт-Шәмәште, Айялонды, Гедероҫты, Сохоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә, шулай уҡ Тимна менән Гимзоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә ала һәм шунда төпләнә.


Әйүптең башына төшкән бөтә был бәлә-ҡазалар тураһында уның өс дуҫы – Темандан Әлифаз, Шуахтан Билдад, Нағаманан Софар – ишеттеләр ҙә йәшәгән урындарынан юлға сығып, бер урында осраштылар. Улар Әйүптең ҡайғыһын уртаҡлашыу һәм йыуатыу ниәте менән уны күрмәксе булдылар.


Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы.


Бөтә Исраил ғәскәре Маҡҡыдалағы тупламға, Йушағ янына, иҫән-аман әйләнеп ҡайтты. Бынан һуң Исраил халҡына ҡаршы һүҙ әйтергә ҡыйған кеше булманы.


Шул уҡ көндө Йушағ Маҡҡыданы баҫып алды: ҡала халҡын һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, унда булған бер йән эйәһен дә тере ҡалдырманы. Йушағ Йерихо батшаһы менән ни эшләгән булһа, Маҡҡыда батшаһы менән дә шулай эшләне.


Маҡҡыда батшаһы, Бейт-Ил батшаһы,


Шул ерҙән сик көнсығышҡа боролоп, Бейт-Дагонға бара ла Зевулун ерҙәренә һәм Ифтах-Ил үҙәненә барып терәлә. Унан Бейт-Ғемәҡ һәм Неғиил ҡалаларын үтеп, төньяҡтан – Кавул,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ