Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 15:4 - Изге Яҙма

4 Ғасмон аша үтеп, Мысыр сигендәге йылға буйлап барып диңгеҙгә терәлә. Был – һеҙҙең көньяҡ сигегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 15:4
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


Аллабыҙ Раббы хозурында Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итте. Ете көн, унан тағы ете көнгә, йәмғеһе ун дүрт көнгә һуҙылған оло бер байрам булды.


Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.


Әммә шундай көндәр килә: Раббы Евфрат йылғаһынан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем ашлыҡ һуғыр һәм һеҙҙе, эй Исраил балалары, бер-бер артлы бер урынға туплар.


Ғасмондан Мысыр сигендәге йылғаға табан боролор ҙа, Бөйөк диңгеҙ буйында тамамланыр.


йәғни Мысыр сигендәге Шихор йылғаһынан алып төньяҡта Ғәҡрон сигенә тиклем бөтә ерҙәр. Хәҙер был ерҙәр Ҡәнғәндеке һанала. Унда биш пелешти хакимы – Газа, Ашдод, Ашҡылон, Ғаҫ һәм Ғәҡрон ҡалалары менән идара иткән ерҙәр, шулай уҡ ғаууиҙар йәшәгән көньяҡ төбәктәр;


Ғаҡраббим тарлауығының көньяғынан уҙа ла Цин сүленә табан һуҙыла һәм Ҡадеш-Барнеағ ҡалаһының көньяғына күтәрелә. Артабан сик Хесронды үтеп, Аддарға табан менә, Ҡарҡағҡа табан борола ла,


эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ашдод һәм Газа Мысыр сигендәге йылғаға һәм Бөйөк диңгеҙ ярына тиклем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ