14 Калев был ҡаланан Ғанаҡ нәҫеленән өс кешене – Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы ҡыуып сығарҙы.
Рефалар нәҫеленән Йишби-Бенов тигән бер кеше – уның һөңгөһөнөң баҡыры ғына ла өс йөҙ шекел ауырлығында ине, билендәге ҡылысы ла яңы – Дауытҡа сәнсмәк булды.
Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы: – Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек.
күп һанлы, оҙон буйлы халыҡҡа, Ғанаҡ тоҡомдарына, ҡаршы бараһың. Уларҙы һин беләһең. «Кем ғанаҡтарға ҡаршы тора алыр?» – тигәнде ишеткәнең бар.
Шул заманда Йушағ барып Хевронда, Девирҙа һәм Ғанавта, Йәһүҙәнең һәм Исраилдың бөтә таулыҡтарында йәшәгән ғанаҡтарҙы тамырынан юҡ итте. Йушағ уларҙы һәм уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса ҡырып һалды.
Исраилдар йәшәгән ерҙәрҙә бөтә ғанаҡтар ҡырылып бөттө, улар бары тик Газала, Ғаҫта һәм Ашдодта ғына иҫән ҡалды.
Артабан Йәһүҙә ырыуы элекке исеме Ҡыръяҫ-Арбағ булған Хевронда йәшәгән ҡәнғәниҙәргә һөжүм итеп, Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы тар-мар итте.
Муса әйткәнсә, Хеврон ҡалаһын Калевҡа бирҙеләр, ул бынан Ғанаҡтың өс улының тоҡомон ҡыуып ебәрҙе.