4 Йософ нәҫеле ике ырыу – Менашше һәм Әфраим ырыуына бүленгәйне. Левиҙәргә ер бирмәнеләр – бары төпләнеп йәшәү өсөн ҡалалар һәм мал-тыуар өсөн шулар тирәһендә көтөүлектәр генә бирелде.
Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», – тине.
«Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә емешле итте», – тип, икенсеһенә Әфраим тигән исем бирҙе.
Йософтоң Мысырҙа Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫтан Менашше менән Әфраим исемле ике улы тыуҙы.
Бер аҙҙан Йософҡа: «Атайың ауырый», – тип хәбәр иттеләр. Ул ике улын – Менашше менән Әфраимды – үҙе менән алып юлға сыҡты.
– Инде хәҙер, һинең менән бергә, мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улың да минеке, – тине Яҡуп Йософҡа. – Әфраим менән Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимғон кеүек үк.
Ә уларҙан һуң тыуған балалар – һинеке, әммә улар ҙа оло ағаларының ырыуына ҡарар һәм уларҙың өлөшөнән мираҫ алыр.
Хизкияһ батша бөтә Исраил һәм Йәһүҙә халҡына, шулай уҡ Әфраим менән Менашше ырыуҙарына хәбәр ебәреп, уларҙы Исраил Аллаһы Раббыға бағышланған Ҡотҡарылыу байрамын уҙғарыу өсөн Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорамына саҡыра.
Нәҫелдәренә күрә Йософ улдары: Менашше менән Әфраим.
Йософ нәҫелдәре – Менашше һәм Әфраим ырыуҙары – ана шул ерҙәрҙе биләмә итеп алды.