Йушағ 14:12 - Изге Яҙма12 Шуға күрә лә теге саҡта Раббы әйткән таулы өлкәне һин миңә бир. Ул көндө ғанаҡтарҙың унда йәшәгәнен, нығытылған ҙур ҡалалары барлығын һин үҙең ишеткәйнең. Ләкин Раббы минең яҡлы булһа, мин ул ерҙе баҫып алырмын, – тине. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.