8 Менашше ырыуының икенсе яртыһына, уның менән бергә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына өлөш сығарылғайны инде – Муса уларға Иордандан көнсығышҡараҡ ер биргәйне. Раббы ҡоло Муса уларға
Беҙ улар менән бергә Иордандың аръяғында биләмә алмаясаҡбыҙ, сөнки беҙҙең биләмәләр – бында, Иордандың көнсығыш тарафында.
Ана шул ваҡытта беҙ әмөриҙәрҙең ике батшаһы ҡулынан Иордандың аръяғында Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем булған ерҙәрҙе яулап алдыҡ.
Исраилдар Иордандан көнсығышҡа – Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем, Ғарава тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөн дә индереп, йәйрәп ятҡан ерҙәрҙең батшаларын тар-мар итте һәм ул ерҙәрҙе үҙҙәренә тартып алды. Бына ул батшаларҙың исемлеге:
Раббы ҡоло Муса һәм исраилдар был батшаларҙы тар-мар итте. Муса уларҙың ерҙәрен Рәүвән менән Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһына биләмә итеп бирҙе.
Тотош илде туғыҙ ырыу һәм Менашше ырыуының яртыһы араһында биләмә булараҡ бүл.
Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан алып, үҙәнлек уртаһындағы ҡала менән Дивонға тиклем бөтә Медева яҫы таулығын;
Инде хәҙер, Аллағыҙ Раббы, вәғәҙәһен үтәп, һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙгә тыныс тормош биргәс, Раббы ҡоло Муса һеҙгә Иордан аръяғында биргән биләмә ерҙәрегеҙгә – үҙ сатырҙарығыҙға ҡайта алаһығыҙ.
Муса ҡушҡанса, Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары, шулай уҡ Менашше ырыуының яртыһы хәрби саф булып Исраил халҡының тәүге рәтендә барҙы.
Ҡайһы бер ғивриҙәр Иордан йылғаһы аръяғына, Ғад һәм Ғилғәд ерҙәренә ҡасты. Шаул ул ваҡытта Гилгалда ине. Уның менән булған яугирҙәр ҡурҡыуға төшкәйне.