Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 13:6 - Изге Яҙма

6 Ливандан алып Мисрефоҫ-Майимға тиклем тауҙарҙа йәшәгәндәрҙең бөтәһен, барлыҡ сидондарҙы исраилдар алдынан Үҙем ҡыуып ебәрәм. Ерҙе йәрәбә буйынса исраилдар араһында, Мин һиңә бойорғанса, биләмә булараҡ бүл.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 13:6
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бәләгә ҡалғас, Мине саҡырҙың – Мин һине ҡотҡарып алып ҡалдым; Йәшен болотонан яуап ҡайтарҙым, Мерива һыуҙарында һине һынаным. Села


Ерҙе йәрәбә буйынса нәҫел-ара бүлешегеҙ: күп һанлыға биләмәне күберәк, аҙ һанлыға аҙыраҡ бирегеҙ. Йәрәбә буйынса кемгә ҡайһы ер сыға, шул уға булһын. Өлөшөгөҙҙө ата-бабаларығыҙ ырыуҙары буйынса биләмә итеп алығыҙ.


Ныҡ һәм ҡыйыу бул, сөнки Мин ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән был ерҙе Исраил халҡына биләмә итеп һин бирерһең.


Раббы ҡоло Муса әмер иткәнсә, Йушағ был батшаларҙың бөтә ҡалаларын баҫып алды һәм үҙҙәрен, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙе.


Раббы уларҙы исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, дошмандарын тар-мар итеп, Бөйөк Сидонға һәм Мисрефоҫ-Майимға тиклем, көнсығыштағы Миспе үҙәненә тиклем эҙәрләне. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡырып һалды.


Тотош илде туғыҙ ырыу һәм Менашше ырыуының яртыһы араһында биләмә булараҡ бүл.


белегеҙ: ул саҡта Аллағыҙ Раббы ла был халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәрмәҫ. Был халыҡтар һеҙҙең өсөн тоҙаҡҡа, йәтмәгә, ҡабырғаны ярыр сыбыртҡыға, күҙгә керер сәнскәккә әйләнер, һөҙөмтәлә һеҙ Аллағыҙ Раббы бүләк итеп биргән ошо гүзәл ерҙән юҡ булырһығыҙ.


Һәм бына мин Иордандан алып көнбайыштағы Бөйөк диңгеҙгә тиклем йәйрәп ятҡан ерҙәрҙә әлегә тороп ҡалған халыҡтарҙың, шулай уҡ мин юҡ иткән барлыҡ халыҡтарҙың ерҙәрен йәрәбә буйынса һеҙҙең ырыуҙарға биләмә итеп бирҙем.


Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәрер – уларҙың ерҙәрен тартып алып һеҙгә бирер, һәм һеҙ был ерҙе биләрһегеҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙгә шулай вәғәҙәләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ