Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 13:31 - Изге Яҙма

31 Ғилғәдтең яртыһын, шулай уҡ Ғоғ идара иткән Башан ҡалалары Ғаштароҫ һәм Әдрәғиҙе үҙ эсенә ала. Былар бөтәһе лә Менашше улы Махир улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бирелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 13:31
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Гершон улдарына Менашше ырыуының яртыһына ҡараған нәҫелдәрҙән көтөүлектәре менән Башандағы Голан, Ғаштароҫ бирелә.


Батшаның ғүмеренә Һин көндәр өҫтә, Тормошо быуындан-быуынға дауам итһен!


Менашше биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Нафтали ерҙәре менән сиктәш булыр.


Һуңғы рефаларҙың береһе булған Башан батшаһы Ғоғ Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә хакимлыҡ итә ине.


Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә идара иткән һәм һуңғы рефаларҙың береһе булған Башан батшаһы Ғоғтың бөтә ерҙәрен бирҙе. Муса был батшаларҙы еңеп, уларҙың ерҙәренә эйә булғайны.


Муса Моав тигеҙлегендә, Йерихонан көнсығышта Иордан аръяғындағы ерҙәрҙе бына шулай бүлде.


Шул рәүешле Менашше ырыуына, Иордан аръяғындағы Ғилғәд менән Башандан тыш, ун биләмә эләкте,


сөнки Менашше ырыуынан теге ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер ҡатарҙан биләмә алды. Ә Ғилғәд ере Менашшеның башҡа нәҫелдәренә булды.


һәм Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһы – Хешбон батшаһы Сихон һәм Ғаштароҫтағы Башан батшаһы Ғоғ менән нимә ҡылғанын беләбеҙ.


Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне.


Ғилғәд халҡы Иордан йылғаһы аръяғында йәшәп ҡалды, Дан үҙ караптары эргәһендә тотҡарланды, Ашер диңгеҙ ярында, ҡултыҡтар буйында урынлашты.


Ата-бабаларығыҙ Раббыға: «Гонаһлыбыҙ, сөнки, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына ҡол булдыҡ. Әммә беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡар һәм беҙ Һиңә генә хеҙмәт итербеҙ», – тип ялбарҙы.


Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ