29 Муса Менашше ырыуының бер яртыһына, йәғни Менашше улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бүлеп биргән ерҙәр.
Менашше ырыуының яртыһы Башандан Бәғел-Хермон һәм Сенирға, Хермон тауына тиклемге ерҙәрҙә йәшәй, улар бик ишле була.
Менашше биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Нафтали ерҙәре менән сиктәш булыр.
ил Раббыға буйһонғансы алышһа, ул сағында боролоп ҡайтырһығыҙ. Шунда һеҙҙең Раббы алдында ла, Исраил йәмғиәте алдында ла бурысығыҙ үтәлгән булыр һәм был ерҙәр Раббы күҙендә һеҙҙең биләмәләрегеҙ булып иҫәпләнер.
Муса Ғилғәдте Менашше улы Махирға бирҙе, һәм улар шунда төйәкләнде.
Ә Ғилғәдтең ҡалған өлөшөн һәм тотош Башанды – Ғоғтың батшалығын – Менашше ырыуының яртыһына бирҙем. (Элек Аргов төбәге – тотош Башан – рефалар ере тип йөрөтөлә ине.
Был – Ғад улдарына нәҫелдәренә күрә бүлеп бирелгән ҡалалар һәм ауылдар.
Был ерҙәр Маханаимдан башлап, Башан батшаһы Ғоғтың бөтә батшалығын, Башан ерендә Яир ауылдары тип йөрөтөлгән алтмыш ҡаланы,
Шул рәүешле Менашше ырыуына, Иордан аръяғындағы Ғилғәд менән Башандан тыш, ун биләмә эләкте,
сөнки Менашше ырыуынан теге ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер ҡатарҙан биләмә алды. Ә Ғилғәд ере Менашшеның башҡа нәҫелдәренә булды.
Менашше ырыуының бер яртыһына Муса биләмә ерҙәрен Башандан, ә икенсе яртыһына Иордандың көнбайышынан, ҡалған исраилдар эргәһенән ер биргәйне. Фатиха биреп уларҙы ҡайтарып ебәргәндә, Йушағ