28 Был – Ғад улдарына нәҫелдәренә күрә бүлеп бирелгән ҡалалар һәм ауылдар.
Ғадтар Ғилғәдта, Башанда һәм уның тирәһендәге ауылдарҙа, Шарон эргәһендәге бөтә көтөүлектәрҙе иң сигенә тиклем биләп йәшәй.
үҙәндә – Бейт-Харам, Бейт-Нимра, Суккоҫ һәм Сафон, йәғни Хешбон батшаһы Сихондың ҡалған бөтә батшалығы – Киннереҫ күленә тиклем Иордандан көнсығыштағы ерҙәр.
Муса Менашше ырыуының бер яртыһына, йәғни Менашше улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бүлеп биргән ерҙәр.