27 үҙәндә – Бейт-Харам, Бейт-Нимра, Суккоҫ һәм Сафон, йәғни Хешбон батшаһы Сихондың ҡалған бөтә батшалығы – Киннереҫ күленә тиклем Иордандан көнсығыштағы ерҙәр.
ә Яҡуп Суккоҫҡа табан йүнәлде. Шунда ул үҙенә йорт, ә малдарына кәртәләр эшләне. Шуға күрә был урынды Суккоҫ тип атаны.
Батша уларҙы Иордан үҙәнендә Суккоҫ менән Сареҫан араһындағы урында, балсыҡта яһалған ҡалыптарҙа ҡойҙорҙо.
Һин, эй Алла, нәҙерҙәремде ишеттең, Исемеңдән ҡурҡҡандарға тәғәйен өлөштө миңә бирҙең.
– Ғатароҫ менән Дивон, Яғзер менән Нимра, Хешбон менән Әлғәле, Севам менән Нево һәм дә Беғон –
Бейт-Нимра һәм Бейт-Һаран ҡалаларын төҙөнө һәм малдарына ҡуралар һалды.
Шефамдан сик Ғайндың көнсығышынан Ривлаға тартылыр, шунан көнсығыштан Киннереҫ күле ярҙарына терәлер.
Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип йыйылған халыҡ Ғайсаны төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлай башланы.
Шулай уҡ мин уларға Ғарава тигеҙлеген бирҙем. Уның сиге – Иордан йылғаһы ине: ул, Киннереҫ күленән башланып, Ғарава диңгеҙенә, йәғни Тоҙло диңгеҙгә тиклем, ә көнсығышта Писга тауы итәгенә тиклем һуҙылған.
төньяҡта – тауҙарҙа һәм Ғарава тигеҙлегенә, Киннереҫ күленән көньяҡта, Шефелала һәм көнбайышта – Нафоҫ-Дорҙа идара иткән батшаларға сапҡындар ебәрҙе.
Шулай уҡ Ғарава тигеҙлеге – Киннереҫ күленең көнсығыш ярынан Ғарава диңгеҙе – Тоҙло диңгеҙҙең көнсығыш ярына тиклем, Бейт-Йешимоҫҡа һәм көньяҡта Писга тауы итәктәренә тиклемге ерҙәргә йәйелә ине.
Хешбондан Рамаҫ-Миспегә һәм Бетонимға, Маханаимдан Ло-Деварға тиклемге ерҙәр,
Был – Ғад улдарына нәҫелдәренә күрә бүлеп бирелгән ҡалалар һәм ауылдар.