Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 13:22 - Изге Яҙма

22 Башҡалар менән бер рәттән исраилдар Беғорҙың күрәҙәсе улы Билғамды ла ҡылыстан үткәргәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 13:22
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп нәҫеленә ҡаршы торор сихыр ҙа юҡ, Исраил халҡына ҡаршы күрәҙәлек тә файҙаһыҙ. Ваҡыты еткәс, Яҡуп һәм Исраил халҡы хаҡында: „Бына нимә ҡылды Алла!“ – тиерҙәр.


Билғам, Раббыға Исраилды фатихалау фарыз икәнлеген күреп, был юлы ишара эҙләп торманы, сүллеккә ҡарай йөҙөн борҙо.


Бына үҙ яғыма ҡайтып китергә торам, кил, был халыҡтың һуңынан һинең халҡың менән ни ҡылырын һөйләп китәйем, – тине.


Барса ирҙәре менән бергә мидйәндәрҙең биш батшаһын – Әүиҙе, Рәҡәмде, Сурҙы, Хурҙы һәм Рәғавты ла үлтерҙеләр, Беғор улы Билғамды ла ҡылыстан үткәрҙеләр.


Рәүвән ырыуы биләмәләренең сиге Иордан йылғаһы буйлап үтә. Был – Рәүвән улдары нәҫелдәренең өлөшөн тәшкил иткән ҡалалар һәм ауылдар.


Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар лайыҡһыҙ табыш алырға яратҡан Билғамға, Беғор улына, эйәрҙе.


Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Билғам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Балаҡты исраилдарҙы гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ