13 Ләкин исраилдар гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен баҫып алманы – улар әле лә исраилдар араһында йәшәй.
Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине.
Ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, хәбәр ебәреп, Бейт-Реховта һәм Совала йәшәгән арами халҡынан егерме мең йәйәүле ғәскәр, Мағаха батшаһынан – бер мең һәм Товтан ун ике мең яугир ялланы.
икенсе улы Килеав – кармәлле Навалдың элекке ҡатыны Авигаилдән, өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан,
Әгәр Ҡәнғәндә йәшәгәндәрҙе ҡыуып ебәрмәһәгеҙ, тороп ҡалғандар күҙегеҙгә дегәнәк булып төшәсәк, ҡабырғағыҙға энә булып ҡаҙаласаҡ, һеҙ йәшәгән ерҙә һеҙҙе ҡыҫырыҡлаясаҡ.
Менашше нәҫеленән булған Яир гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем һуҙылған бөтә Аргов төбәген яулап алды һәм уны үҙенең исеме менән атаны. Башанды бөгөнгө көнгә тиклем Яир ауылдары тип йөрөтәләр.)
Ул Хермон тауына, Салхаға, тотош Башанға – гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем, шулай уҡ Ғилғәдтең яртыһына, Хешбон батшаһы Сихондың сиктәренә тиклем, хужа ине.
Ғилғәдте, гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен, бөтә Хермон тауын һәм Салхаға еткәнсе тотош Башанды;
Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә идара иткән һәм һуңғы рефаларҙың береһе булған Башан батшаһы Ғоғтың бөтә ерҙәрен бирҙе. Муса был батшаларҙы еңеп, уларҙың ерҙәренә эйә булғайны.
Муса бары тик Леви ырыуына ғына биләмә бирмәне. Уларҙың өлөшө – Мусаға Раббы әйткәнсә – Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап килтерелгән ут ҡорбандары.
Был ваҡыт эсендә Дауыт менән кешеләре Шурҙан алып Мысырға тиклемге был ерҙәрҙә элек-электән йәшәгән гешури, гирзи халыҡтарына һәм ғәмәлектәргә баҫҡынсылыҡ итте.