Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 12:6 - Изге Яҙма

6 Раббы ҡоло Муса һәм исраилдар был батшаларҙы тар-мар итте. Муса уларҙың ерҙәрен Рәүвән менән Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһына биләмә итеп бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 12:6
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Гевер Ури улы Ғилғәдтә, әмөриҙәр батшаһы Сихондың, Башан батшаһы Ғоғтың ерҙәрендә идарасы булды. Йәһүҙәнең үҙендә өлкә башлығы бар ине.


Уларға Муса былай тине: – Ғад менән Рәүвән улдары, һәр береһе ҡоралланып, һеҙҙең менән Иордан аръяғына Раббы хозурында һуғышҡа сыҡһа һәм ул ерҙәр буйһондоролһа, Ғилғәд ерҙәрен уларға биләмәгә бирегеҙ.


Беҙ, ҡоралланып, Раббы алдында, Ҡәнғән еренә барырбыҙ, ә беҙҙең биләмәләр Иордандың был яғында булһын.


Муса Ғад менән Рәүвән улдарына, Йософ улы Менашше ырыуының яртыһына ҡалалары, тирә-яҡ ерҙәре менән бергә әмөриҙәрҙең батшаһы Сихон батшалығын, Башандың Ғоғ батшалығын бирҙе.


Сөнки ике ярым ырыуға Муса биләмә ерҙәрен Иордан аръяғынан биргәйне инде. Әммә башҡалар менән бер рәттән левиҙәргә ерҙән өлөш сығарылманы.


Әммә арағыҙҙа левиҙәр биләмә алмаҫ, сөнки уларҙың өлөшө – Раббыға ҡаһин булып хеҙмәт итеү. Ә Ғад, Рәүвән ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Раббы ҡоло Мусанан Иордан йылғаһының көнсығышына табан ерҙәр алғайны инде.


Инде хәҙер, Аллағыҙ Раббы, вәғәҙәһен үтәп, һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙгә тыныс тормош биргәс, Раббы ҡоло Муса һеҙгә Иордан аръяғында биргән биләмә ерҙәрегеҙгә – үҙ сатырҙарығыҙға ҡайта алаһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ