Батшаһы менән бергә ҡаланы, шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарҙы баҫып алып, бөтә халҡын ҡылыстан үткәрҙе – харам ҡылып, ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡырып бөттө. Йушағ Хеврон, Ливна һәм уларҙың батшалары менән ни эшләгән булһа, Девир һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләне.