4 Бөтә был батшалар, диңгеҙ ҡомо һымаҡ күп һанлы яугирҙәре, бихисап аттары һәм яу арбалары – олоғара ғәскәре менән яуға күтәрелде.
Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!
Эй Раббым, Мин һиңә игелек ҡылырмын, тоҡомоңдо диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы ишәйтермен, тип вәғәҙә иткәйнең бит!
Шуға күрә кәңәшем ошо: Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған бөтә Исраил һинең тарафыңда тупланһын. Халыҡ диңгеҙ буйындағы ҡом һымаҡ күп бит! Һин уларҙы алышҡа үҙең алып барырһың.
Йәһүҙә менән Исраил халҡы диңгеҙ ярындағы ҡом кеүек күп ине. Улар ашаны, эсте, күңел асты һәм бик бәхетле йәшәне.
Сөнки батша Раббыға инана, Юғарыларҙан Юғарының мөхәббәте арҡаһында сайҡалмаҫ.
Ғәскәрҙәрен бергә туплап, исраилдар менән алышырға әҙер булып, улар Мером инеше янына туплам ҡорҙо.
Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ.
Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яуға йыйынды. Улар утыҙ мең яу арбаһы, алты мең һыбайлыһы, диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле күмәк яугирҙәре менән килеп, Михмас эргәһенә Бейт-Ауендың көнсығышында туплам ҡорҙолар.