Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 11:21 - Изге Яҙма

21 Шул заманда Йушағ барып Хевронда, Девирҙа һәм Ғанавта, Йәһүҙәнең һәм Исраилдың бөтә таулыҡтарында йәшәгән ғанаҡтарҙы тамырынан юҡ итте. Йушағ уларҙы һәм уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса ҡырып һалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 11:21
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ысынлап та, ҡалҡыулыҡтарҙа – ялған, Тауҙарҙа – тик йыйын шауы. Ысынлап та, Исраилдың ҡотолоуы – Беҙҙең Аллабыҙ Раббынан.


Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.


Ә Мин Исраил хаҡына Кедрҙай буйсан, имәндәй мәғрур Әмөриҙәрҙе юҡ иттем, Осонан тамырына тиклем тураҡланым.


Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы: – Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек.


Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ.


Замзумиҙар Ғанаҡ тоҡомдары һымаҡ оҙон буйлы, көслө һәм ишле халыҡ ине. Раббы уларҙы ғаммондарҙың алдынан ҡырып бөтөрҙө. Ғаммондар, уларҙың ерҙәрен баҫып алып, үҙҙәре төйәкләнде.


күп һанлы, оҙон буйлы халыҡҡа, Ғанаҡ тоҡомдарына, ҡаршы бараһың. Уларҙы һин беләһең. «Кем ғанаҡтарға ҡаршы тора алыр?» – тигәнде ишеткәнең бар.


Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты.


Ҡараным да аҡ ат күрҙем. Атҡа ҡулына йәйә тотҡан һыбайлы атланғайны, уға таж бирелде. Һыбайлы еңеүсе булараҡ, еңеү өсөн сыҡты.


Муса әйткәнсә, Хеврон ҡалаһын Калевҡа бирҙеләр, ул бынан Ғанаҡтың өс улының тоҡомон ҡыуып ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ