18 Ләкин улар менән һуғыш оҙаҡ барҙы.
Сеғирға табан һуҙылған Халаҡ тауынан алып Ливан үҙәнендәге Хермон тауы итәгендә ултырған Бәғел-Ғадҡа тиклемге бөтә ерҙәрҙе баҫып алды. Йушағ был ерҙәрҙең бөтә батшаларын ҡулға төшөрҙө һәм үлемгә дусар итте.
Ғивғонда йәшәгән хиууиҙәрҙан башҡа бер генә ҡала ла исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөмәне. Исраилдар һәр ҡаланы һуғышып алды.
Раббы Мусаға әйткәнсә, Йушағ был ерҙәрҙең барыһын да яулап алды һәм Исраилдың бөтә нәҫел тармаҡтарына биләмәгә бүлеп бирҙе. Ниһайәт, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.