14 Исраилдар баҫып алынған ҡалаларҙан табышты һәм мал-тыуарҙы үҙҙәренә алды, ә кешеләрҙе, береһен дә иҫән ҡалдырмай, ҡылыстан үткәрҙе.
Йеһошафат халҡы менән бергәләп яумал йыя башлай: бик күп мал-мөлкәт, кейем-һалым, затлы әйберҙәр табалар, күтәреп алып китмәҫтәй итеп йөкмәнәләр. Өс көн буйы ташыйҙар былар яумалды – ул шул тиклем күп була.
Мидйәндәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарын һәм балаларын әсирлеккә алдылар, бөтә мал-тыуарын, көтөүҙәрен, бөтә йорт-ҡаралтыларын яумал иттеләр,
Ҡатындарын, балаларын, малдарын, ҡалалағы бар нәмәне үҙеңә яумал итеп ал. Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән, дошманығыҙҙан тартып алған табыш менән файҙалан.
Ә Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙәрҙәге ҡәүемдәрҙең ҡалаларында иһә бер йән эйәһен дә ҡалдырма.
Шулай итеп, Йушағ был ерҙәрҙе – таулыҡтарҙы, Негевты, Шефеланы һәм тау битләүҙәрен – яулап алды һәм, уларҙың батшаларын тар-мар итеп, унда йәшәүселәрҙе, Исраил Аллаһы Раббы ҡушҡанса, харам ҡылып, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.
Исраилдар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Һуңынан улар Хасорҙы яндырҙы.
Ләкин исраилдар Йушағ үртәгән Хасорҙан башҡа ҡалҡыу урындағы ҡалаларҙы яндырманы.
Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға нисек бойорған булһа, Муса ла Йушағҡа шулай ҡушҡайны – Йушағ, Раббы Мусаға бойорғандарҙан һис кенә лә тайпылмайынса, барыһын да ғәмәлгә ашырҙы.
Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһаң, Ғай һәм уның батшаһына ла шуны ҡыл, тик ҡулға төшөргән табыш менән мал-тыуарҙы үҙеңә ал. Ғай менән йәнәш, ҡаланың артҡы яғынан боҫҡон ҡор, – тине.
Раббы Йушағҡа бойорғанса, исраилдар был ҡаланан бары тик мал-тыуарҙы һәм ҡулға төшөрөлгән яумалды ғына үҙҙәренә алды.