9 Йушағ, төнө буйы юлда булып, дошмандар алдына көтмәгәндә килеп сыҡты.
Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы? Ул ябай кешеләргә түгел, батшаларға хеҙмәт итер.
Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.
Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә ҡабул итеп ал.
Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.
Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы.
– Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ.
Йушағ, үҙ ғәскәре менән көтмәгәндә Мером инеше янына килеп, дошмандарына һөжүм итте.