18 ул: – Мәмерйә ауыҙын ҙур таштар менән томалағыҙ ҙа һаҡсылар ҡуйығыҙ.
Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала, Раббының асыу көнө уны урап үтә.
Кеше арыҫландан ҡасып, Айыуға барып юлыҡҡан кеүек, Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға Ҡара йылан саҡҡан кеүек,
Ҡорбан усағы янында торған бөйөк Хакимды күрҙем, Ул былай тине: «Таяу бағаналарының башына ҡаты итеп һуҡ, Тупһаларына тиклем тетрәһен; Әйҙә, улар ишелеп, кешеләрҙең башына төшһөн! Иҫән ҡалғандарын ҡылыс менән һуям: Ҡасып ҡотолғандар булмаясаҡ.
Улар, ҡәбер янына барып, ауыҙына терәп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫтылар һәм һаҡсылар ҡуйҙылар.
Йушағҡа Маҡҡыда эргәһендәге мәмерйәлә йәшенеп ятҡан батшаларҙың табылыуы тураһында әйткәс,
Ләкин үҙегеҙ туҡталмағыҙ. Дошманды эҙәрләгеҙ, арттарынан һөжүм итегеҙ, ҡалаларға инергә бирмәгеҙ – Аллағыҙ Раббы уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, – тип бойорҙо.
– Хәҙер мәмерйә ауыҙын асығыҙ, – тип бойорҙо Йушағ. – Теге биш батшаны минең эргәмә алып килегеҙ!