15 Шунан Йушағ һәм бөтә исраилдар Гилгалға үҙ тупламдарына әйләнеп ҡайтты.
Унда йәшәгән халыҡты, ҡыуып алып китеп, бысҡы, тимер кәйлә һәм балта менән эшләргә, кирбес яндырырға мәжбүр итте. Ғаммондарҙың барлыҡ ҡалаларында ла ул шулай эшләне. Шунан Дауыт үҙенең бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.
Быға тиклем дә, бынан һуң да Раббының шул ҡәҙәрле кешенең һүҙен һүҙ иткән көн булманы – Раббы Үҙе исраилдар яғында һуғышты.
Биш әмөри батшаһы ҡасып, Маҡҡыда эргәһендәге мәмерйәгә йәшенде.
Шунан һуң Йушағ һәм бөтә исраилдар Гилгалдағы тупламдарына әйләнеп ҡайтты.
Ғивғон халҡы Гилгалда туплам булып торған Йушағҡа: «Беҙ ҡолдарыңды ҡалдырма. Ярҙамға ашыҡ, ҡотҡар беҙҙе! Был тауҙарҙа хакимлыҡ иткән әмөри батшалары күмәкләп беҙгә ҡаршы күтәрелде», – тип хәбәр ебәрҙе.