13 Ҡояш шып туҡтаны, ай урынынан ҡуҙғалманы – халыҡ дошмандарынан үс алғансы шулай булды. Был хаҡта «Яшар» китабында яҙылған. Ҡояш күк уртаһында туҡтаны ла көнө буйы байырға ашыҡманы.
Һуңынан ул «Йәйә» тип аталған был йырҙы Йәһүҙә халҡына өйрәтергә бойорҙо. Был ҡайғы йыры «Яшар» китабында яҙылған.
– Күләгәнең ун баҫҡысҡа алға үтеүе тәбиғи, – тине Хизкияһ. – Ун баҫҡысҡа кире сигенһен әйҙә.
Шул көндө, йәһүдтәр дошмандарынан үс алырға әҙер булып торһон өсөн, ҡанун көсөнә эйә булған был фармандың күсермәһе бөтә өлкәләрҙә, барлыҡ халыҡтарға иғлан ителергә тейеш ине.
Ул бойорһа, ҡояш ҡалҡмаҫ, Йондоҙҙарҙың яҡтыһын ҡаплап, мөһөрләр.
Ҡояш менән ай, Уны маҡтағыҙ! Данлағыҙ Уны, балҡыу йондоҙҙар!
Бөтә саҙаҡаларыңды иҫкә алһын, Тотош яндырыу ҡорбандарыңды ҡабул ҡылһын! Села
Айҙың йөҙө ҡарайыр, ҡояш оялыр, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Сион тауында, Йәрүсәлимдә батшалыҡ итер, Халҡының аҡһаҡалдары Уның шөһрәтен күрер.
байып барған ҡояштың Ахаз төҙөгән баҫҡыстан түбәнгә төшөп барған күләгәһен ун баҫҡысҡа кире сигендерәм“». Шунда ҡояш байып барған еренән кире боролоп, уның күләгәһе ун баҫҡысҡа кире сигенде.
Ҡаршыларында ер ҡалтыраныр, Дер һелкенер күктәр. Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры шиңер.
Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килерҙән алда Ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер!
Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры һүнер.
Атҡан уҡтарыңдың яҡтыһынан, Ялтлап киткән һөңгөләрең балҡыуынан Ҡояш һәм ай торлағында туҡтап ҡалды.
Шуға ла Раббының Яуҙар китабында: «Суфалағы Уаһеб та, тарлауыҡтар ҙа, Арнон йылғаһы ла, Ғар ҡалаһына һырығып Моав сиктәренә һуҙылған һөҙәклектәр ҙә», – тип әйтелгән.
– Исраилдар өсөн Мидйән халҡынан үс ал. Һуңынан ата-бабаларың менән ҡауышасаҡһың.
Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр».
Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта; ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.
Шулай икән, нисек Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырғандарҙы, Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаһын? Нисек Ул ярҙамын оҙаҡлатһын?
Раббының бөйөк һәм шөһрәтле көнө килерҙән алда ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер.
Исраилдарҙан ҡотолам тип, Бейт-Хорондан төшкән юлдан Ғазыҡаға ҡасып барған әмөриҙәр өҫтөнә Раббы эре-эре таш-борсаҡтар яуҙырҙы. Күктән яуған шул борсаҡтарҙан кешеләр исраилдар ҡылысына ҡарағанда ла күберәк үлде.
Быға тиклем дә, бынан һуң да Раббының шул ҡәҙәрле кешенең һүҙен һүҙ иткән көн булманы – Раббы Үҙе исраилдар яғында һуғышты.
Ҡала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың шөһрәте уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы – Бәрәс.
Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.
Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алғанын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы.
Дүртенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ҡояштың өстән бер өлөшө, айҙың өстән бер өлөшө, йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшө зарарланды, шунлыҡтан улар өстән бер өлөшкә ҡараңғыланды, көндөң өстән бер өлөшө лә төндөң өстән бер өлөшө кеүек үк яҡтылыҡһыҙ ҡалды.
Шимшон Раббыға ялбарҙы: – Эй Раббы Хакимым! Мине иҫеңә төшөр, пелештиҙәрҙән ике күҙем өсөн бер юлы үс алырға тағы бер тапҡыр ғына көс-ҡеүәт бир миңә, эй Аллам! – тине.
«Исраил башлыҡтары юл башлағанға, Халыҡ үҙ теләге менән эйәргәнгә Раббы мөбәрәк булһын!