Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 9:5 - Изге Яҙма

5 Яу ҡырын тапаған бөтә итектәр, Ҡанға буялған кейемдәр яндырылыр, Ялҡынға ем булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Яу ҡырын тапаған бөтә итектәр, Ҡанға буялған кейемдәр яндырылыр, Ялҡынға ем булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Яу ҡырын тапаған бөтә итектәр, Ҡанға буялған кейемдәр яндырылыр, Ялҡынға ем булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 9:5
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине.


Алла ултыра мөҡәддәс тәхетендә, Ул батшалыҡ итә бөтә милләттәргә.


Яуыздарҙың муллыҡта йәшәүен күреп, Мин ул хаяһыҙҙарға көнләшеп ҡарағайным.


Уның әйткәндәрен иғтибар менән тыңла, ҡарышлашма. Мин уны Үҙ исемемдән ебәрҙем, шуға күрә, башбаштаҡлығыңды ғәфү итмәҫ.


Тауҙарҙағы шау-шыуҙы тыңлағыҙ, Ул күмәк халыҡтың тауышына оҡшаш. Бер ергә йыйылған ҡәүемдәрҙең, Батшалыҡтарҙың геүләүен ишетегеҙ! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һуғышҡа сиреү әҙерләй.


Ҡәүемдәр араһында Раббы хөкөм ҡылыр, Күп халыҡтарҙың дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ.


Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.


Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.


Бөйөк Хаким ғәҙеллек рухы һәм ялҡынлы рух менән Сион ҡыҙҙарының нәжесен йыуыр, Йәрүсәлимде ҡандан таҙартыр.


Сөнки Һин уларҙың муйынындағы ҡалыпты – Елкәләрен баҫып торған йөктө, Уларҙы иҙеүселәрҙең таяғын Мидйәндәрҙе еңгән көндәгеләй һындырып ташланың.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Дауыт нәҫеленән тоғро бер Үҫенте үҫтерермен. Ул аҡыл менән идара итер, Ерҙә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр батша буласаҡ.


Айғырҙарҙың тояҡ тауышынан, Яу арбалары дөбөрҙәүенән, Тәгәрмәс таҡылдауынан ҡурҡып, Аталар ярҙам итергә балаларына боролоп баҡмаҫ: Сөнки ҡулдары хәлһеҙләнеп һәленер.


Шулай тау армыттарынан Яу арбалары гөрһөлдәп елә; Шулай һаламды ялмаған ут сытырҙай, Шулай олоғара ғәскәр Саф-саф теҙелеп алышҡа килә.


Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был, ризыҡ булараҡ, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны.


Ҡаһин уларҙың бөтәһен дә ҡорбан усағында яндырһын. Был ризыҡ – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Бөтә май – Раббыныҡы.


Эй ғәскәрле ҡала, инде яугирҙәреңде йый! Беҙҙе ҡамауға алдылар, Исраил хакимының битенә таяҡ менән тондоралар.


Ҡамсы шыйылдай, тәгәрмәстәр гөрһөлдәй, Аттар кешнәй, яу арбалары елдерә;


Эйе, Раббының ҡорамын ул һалдырыр, шөһрәт ҡаҙаныр, тәхетендә ултырып хакимлыҡ ҡылыр. Тәхете янында ҡаһин торор. Улар араһында именлек-берҙәмлек булыр.


Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Юғарыла – күктә – мөғжизәләр, ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер,


Иманлылар ялҡын телдәренә оҡшаш нәмәләр күрҙе, һәм ул телдәр һәр береһенең өҫтөнә төштө.


Раббы фәрештәһе уға: – Ниңә минең исемемде һорайһың? Әйтеүем менән барыбер уға аҡылың етмәй, – тине.


Шаул ҡаһин менән һөйләшкән арала, пелештиҙәр тупламында шау-шыу көсәйгәндән-көсәйҙе. – Ҡулыңды төшөр, – тине Шаул ҡаһинға.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ