Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 66:23 - Изге Яҙма

23 Һәр Яңы ай байрамында, һәр Шәмбе көнөндә бөтә кешеләр килеп алдымда сәждә ҡылыр, – ти Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Һәр Яңы ай байрамында, һәр Шәмбе көнөндә бөтә кешеләр килеп алдымда сәждә ҡылыр, – ти Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Һәр Яңы ай байрамында, һәр Шәмбе көнөндә бөтә кешеләр килеп алдымда сәждә ҡылыр, – ти Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 66:23
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Нишләп уға бөгөн бараһың? – тине ире. – Яңы ай байрамы ла, шәмбе лә түгел. – Зарар юҡ, – тип яуапланы ҡатын.


Уның исемен данлап йырлағыҙ, Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ!


Аллаға былай тип әйтегеҙ: «Ни ҡәҙәр дәһшәтле ғәмәлдәрең! Һин шул тиклем ҡөҙрәтлеһең, Дошмандарың алдыңда бөгөлөп төшөр.


Раббы шулай Үҙен Мысырҙа танытр; Мысыр халҡы ла ул көн Раббыны таныр, Уға ҡорбан, саҙаҡалар килтерер, нәҙерҙәр әйтеп, уларҙы ғәмәлгә ашырыр.


Ул көн Мысырҙан Ашшурға оло юл булыр. Ашшурҙар – Мысырға, мысырҙар Ашшурға йөрөр. Мысыр халҡы менән Ашшур халҡы бергәләшеп Раббыға сәждә ҡылыр.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.


Ул көндө бөйөк борғо ҡысҡыртылыр; Ашшур ерендә аҙашып йөрөгәндәр, Мысырға һөрөлгәндәр, ҡайтып, Йәрүсәлимдәге изге тауҙа Раббыға сәждә ҡылыр.


Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Сөнки мөҡәддәс тауымда, Исраилдың бейек тауында, – тип белдерә Раббы Хаким, – бөтә Исраил нәҫеле, илендә күпме бар, бөтөнөһө, Миңә хеҙмәт итәсәк. Унда уларҙы рәхәтләнеп ҡабул итәсәкмен, саҙаҡаларығыҙҙы, тәүге уңыш ҡорбандарын, бөтә мөҡәддәс бүләктәрегеҙҙе ҡабул итәсәкмен.


Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше».


Раббы Хаким былай ти: «Эске ихатаның көнсығыш ҡапҡаһы – алты эш көнөндә ябыҡ, шәмбе көндәрендә һәм Яңы ай байрамдарында асыҡ булырға тейеш.


Яңы ай байрамында кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ, кәмселекһеҙ алты һарыҡ бәрәсе һәм бер һарыҡ тәкәһе килтерһен.


Хатта Йәһүҙә халҡы ла Йәрүсәлимдәге һуғышҡа ҡушылыр. Уның әйләнә-тирәһендәге барса ҡәүемдәрҙең бөтә байлығы: бик күп алтын-көмөш, кейем-һалым яумал булып алыныр.


Йәрүсәлимгә һөжүм иткән ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары Батшаға – Күк ғәскәрҙәре Раббыһына – ғибәҙәт ҡылыр һәм, Ҡыуыш байрамын билдәләр өсөн, йыл һайын Йәрүсәлимгә килер.


Әгәр мысырҙар ҙа юлға сығырға һәм бында килергә баш тартһа, уларҙа ла ямғыр яумаҫ. Раббы уларға ла, Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға Йәрүсәлимгә килмәгән башҡа ҡәүемдәргә күндергән кеүек, ҡырғын ебәрер.


Мысырҙарҙың гонаһы һәм Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға килмәгән башҡа ҡәүемдәрҙең гонаһы өсөн бына шундай яза булыр.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Әммә ваҡыт етеп килә – етте лә инде – ул саҡта Атаға ысынлап табыныусылар Уға рух һәм хәҡиҡәт менән табыныр, сөнки Алла ана шундайҙарҙы эҙләй.


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ