Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 66:19 - Изге Яҙма

19 Араларына бер билдә ҡуясаҡмын. Иҫән ҡалғандарының ҡайһыларын ҡәүемдәргә – Таршишҡа, Пулға, йәйә киргәндәр иле Лудҡа, Тувалға, Яуанға, даным хаҡында ишетмәгән, шөһрәтемде күрмәгән алыҫтағы диңгеҙ буйҙарындағы халыҡтарға ебәрәсәкмен. Улар Минең шөһрәтемде был ҡәүемдәргә бәйән итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Араларына бер билдә ҡуясаҡмын. Иҫән ҡалғандарының ҡайһыларын ҡәүемдәргә – Таршишҡа, Пулға, йәйә киргәндәр иле Лудҡа, Тувалға, Яуанға, даным хаҡында ишетмәгән, шөһрәтемде күрмәгән алыҫтағы диңгеҙ буйҙарындағы халыҡтарға ебәрәсәкмен. Улар Минең шөһрәтемде был ҡәүемдәргә бәйән итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Араларына бер билдә ҡуясаҡмын. Иҫән ҡалғандарының ҡайһыларын ҡәүемдәргә – Таршишҡа, Пулға, йәйә киргәндәр иле Лудҡа, Тувалға, Яуанға, даным хаҡында ишетмәгән, шөһрәтемде күрмәгән алыҫтағы диңгеҙ буйҙарындағы халыҡтарға ебәрәсәкмен. Улар Минең шөһрәтемде был ҡәүемдәргә бәйән итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 66:19
48 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мисраим луди, ғанами, леһави, нафтухи,


Йәфәҫтең улдары: Ғүмәр, Магог, Мадай, Яуан, Тувал, Мәшәх һәм Тирас.


Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.


Яуандың ул-нәҫелдәре: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм доданиҙар.


Алла Йәфәҫ биләмәләрен киң ҡылһын! Шемдың сатырҙарында йәшәһен! Ҡәнғән Йәфәҫкә ҡол булһын!


Мисраим луди, ғанами, леһави, нафтухи,


Яуандың улдары: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм роданиҙар.


Шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ, Хикмәттәрен барса халыҡтарға еткерегеҙ.


Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.


Ҡәүемдәр өсөн байраҡ күтәрер, Исраилдан һөрөлгәндәрҙе бергә туплар, Ҡыуып таратылған Йәһүҙә кешеләрен Донъяның дүрт тарафынан йыйып алыр.


Эй һеҙ, донъяны төйәк иткәндәр, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр! Тауҙа әләм күтәрелгәс – күрерһегеҙ! Борғо ҡысҡыртҡас – ишетерһегеҙ!


Шул саҡ йылғалар бүлгесләгән ил, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүем; Тирә-яҡҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер бер телдә һөйләшкән халыҡ; Көслө һәм баҫҡынсыл милләт Күк ғәскәрҙәре Раббыһына бүләк килтерер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының исеме төйәкләнгән урынға – Сион тауына килтерер уны.


Таршиш караптарына, бөтә матур кәмәләргә – Барыһына ла киләсәк ул көн!


Рухтары аҙашҡандарға шул саҡ аҡыл керер, Зарланғандар өгөт-нәсихәт алыр».


Һәммәһе лә Раббыны данлаһын, Уны яр буйындағы илдәр ҙә маҡтаһын!


Ер йөҙөндә ғәҙеллек урынлаштырғанға тиклем Һүнмәҫ тә, һынмаҫ та ул. Алыҫ ярҙар уның нәсихәтен көтә».


Төньяҡҡа: „Бир уларҙы!“ Көньяҡҡа: „Тотма уларҙы, – тип әйтермен. – Улдарымды алыҫтан, Ҡыҙҙарымды ерҙең сигенән килтер, – тиермен. –


Эй диңгеҙ ярҙары, тыңлағыҙ мине! Алыҫ илдәрҙәге халыҡтар, яҡшылап ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы мине әсәм ҡарынында сағымдан саҡырҙы, Мин тыумаҫтан алда исемем менән өндәште.


Бына халҡым йыраҡтарҙан, Кем төньяҡтан, кем көнбайыштан, Ҡайһыһы Синимдан килеп етер.


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин ҡулымды һуҙып, ҡәүемдәргә ишара бирермен, Халыҡтарға байрағымды күтәрермен. Улар һинең улдарыңды – ҡосаҡтарында, Ҡыҙҙарыңды яурындарында килтерер.


Минең хаҡлығым яҡын, Мин алып килгән ҡотолоу юлға сыҡты. Мин халыҡтар араһында ҡулым менән Ғәҙеллек урынлаштырырмын; Диңгеҙ буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлар, Улар Минең ҡөҙрәтемә инаныр.


Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер.


Ләкин ул күп халыҡтарҙы хайран ҡалдырасаҡ. Уның алдында батшалар ауыҙ йомасаҡ. Улар үҙҙәренә бер кем дә һөйләмәгәнде күрәсәк, Ишетмәгән нәмәләрҙе аңлаясаҡ».


Һин, Исраил, үҙең белмәгән халыҡтарҙы саҡырырһың, Раббың Аллаң, Исраилдың Изгеһе хаҡына Һине белмәгән ҡәүемдәр йүгереп килер. Сөнки Ул һине данға сорнаны».


Яр буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлап тора, Таршиш караптары бында беренсе булып йөҙөп килә. Был караптар Аллаң Раббы исеме хаҡына, Исраилдың изге Аллаһы хаҡына, Алыҫтан балаларығыҙҙы алып килә, Алтын-көмөштәре менән бергә алып килә. Сөнки Ул һине, Йәрүсәлим, данға күмде.


Сығығыҙ, сыҡ ҡапҡаларҙан! Халыҡҡа юл әҙерләгеҙ! Тупраҡты тигеҙләп юл һалығыҙ, Таштарынан таҙартығыҙ! Халыҡтарға юл күрһәтеп, байраҡ күтәрегеҙ!


«Мине һорамағандарға яуап бирергә әҙер инем, Мине эҙләмәгәндәргә табылдым. Исемем менән саҡырмаған ҡәүемгә: „Мин бындамын – бында!“ – тинем.


Яуға ташланығыҙ, аттар, Елдерегеҙ, һуғыш арбалары! Ҡалҡан тотҡан Куш, Пут яугирҙәре, Йәйә киргән Луд һуғышсылары алышҡа инегеҙ!


Фарсы, Луд, Пут яугирҙәре Ғәскәреңдә хеҙмәт итте. Ҡалҡандарын, торҡаларын Ҡабырғаларыңа аҫтылар, Һиңә йәм өҫтәнеләр.


Яуан, Тувал һәм дә Мәшәх Һинең менән сауҙа итте. Тауарҙарыңды ҡолдарға, Баҡыр һауыт-һабаға алмашты.


Куш, Пут һәм Луд, Барлыҡ ят ҡәбиләләр, Кув һәм килешеү төҙөшкән илдең кешеләре Мысырҙар менән бергә ҡылыстан үткәреләсәк».


Мәшәх менән Тувал өйөр-өйөр халҡы менән үҙҙәренең ҡәберҙәре әйләнәһендә тора. Был сөннәтһеҙҙәрҙең барыһы ла ҡылыстан үткәрелгән. Ә бит улар ҡасандыр тереләр донъяһына ҡурҡыу һалалар ине.


Ә һин, әҙәм улы, Гогҡа ҡаршы пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һин, Мәшәх менән Тувалдың баш хакимы Гог, бына Мин һиңә ҡаршымын!


Магог иленә һәм диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙә хәүефһеҙ йәшәүселәр өҫтөнә ут яуҙырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр.


Шул саҡ ул диңгеҙ буйы өлкәләренә йүнәлер һәм уларҙың күптәрен баҫып алыр, ләкин ундағы ғәскәр башлығы баҫҡынсының тәкәбберлегенә сик ҡуйыр, уның үҙ тәкәбберлеген үҙенә ҡаршы йүнәлтер.


Раббы уларҙы дәһшәткә һалыр, Ер йөҙөндәге бар илаһтарҙы юҡҡа сығарыр. Кешеләрҙең һәр береһе үҙ иленән, Алыҫтарҙа йәшәгән һәр халыҡ үҙ төбәгенән Уға сәждә ҡылыр.


Мин ҡыуып таратҡан, Миңә ғибәҙәт ҡылған халҡым Куштың йылғалары аръяғынан Миңә ҡорбандар килтерер.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.


Шимғон, уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала Исраилда күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булыр һәм Алланан бирелгән илаһи билдә булып торор. Был билдәне күптәр кире ҡағыр,


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның тураһында кемгә әйтелмәгән, шулар күрер, кем ишетмәгән, шул аңлар».


Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ