Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 64:3 - Изге Яҙма

3 Беҙ көтмәгән дәһшәтле ғәмәлдәрҙе ҡылғаның, Ергә төшкәнең, тауҙарҙы алдыңда ҡалтыратҡаның бар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Беҙ көтмәгән дәһшәтле ғәмәлдәр ҡылғаның, Ергә төшкәнең, тауҙарҙы алдыңда ҡалтыратҡаның бар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Беҙ көтмәгән дәһшәтле ғәмәлдәрҙе ҡылғаның, Ергә төшкәнең, тауҙарҙы алдыңда ҡалтыратҡаның бар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 64:3
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, Үҙеңдең исемеңде шөһрәтле иттең. Үҙ халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе һәм уларҙың илаһтарын ҡыуып, бөйөк һәм хикмәтле эштәр башҡарҙың.


Рәхмәт әйтеп ҡорбандар салһындар; Шатлана-шатлана Уның ҡылғандарын һөйләһендәр.


Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.


Ҡәүемдәр ҡыуанып күңел асһын, Сөнки Һин халыҡтарҙы ғәҙел хөкөм итәһең, Ер йөҙөндәге ҡәүемдәргә юл күрһәтәһең. Села


Сөнки мин Һинең хаҡыңа хурлыҡ күрәм, Йөҙөмә сәркеү яғылды.


Раббының ғәмәлдәрен онотмам, Боронғо хикмәттәрен иҫтә тотормон.


– Һинең халҡың менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы Раббы. – Улар алдында бер генә ерҙә лә, бер генә ҡәүемдә лә булмаған хикмәттәр ҡылам. Һин араларында йәшәгән бөтә халыҡтар һинең өсөн Мин Раббы ҡылған бөйөк эштәрҙе күрер.


Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды. Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо! Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ Урамдарҙа аунап ятты. Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Йә Раббы, әгәр күктәрҙе ярып төшһәң икән! Ул сағында утта сыбыҡ-сабыҡ дөрләгән, Һыу бығырҙап ҡайнағандай, Хозурыңда тауҙар тетрәп китер ине! Дошмандарыңа исемеңде танытыр инең, Ҡәүемдәр алдыңда тетрәп торор ине!


Алла – Темандан, Изге Зат Паран тауынан килде. Села Бөйөклөгө ҡапланы күктәрҙе, Уның шөһрәте ерҙе тултырҙы.


Ул туҡтағанда, ер һелкенә, Ҡараш һалғанда, халыҡтар тетрәнә. Мәңгелек ҡаялар тарҡала, Боронғо тауҙар ергә шиңә, Әммә Уның йөрөгән юлдары мәңгелек.


Ул – һинең даның, үҙ күҙҙәрең менән күргән бөйөк һәм дәһшәтле эштәрҙе һеҙҙең өсөн эшләгән Аллаң.


Берәй алланың Аллағыҙ Раббы Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн эшләгән һымаҡ төрлө һынауҙар, хикмәт һәм мөғжизәләр ҡылғаны, һуғышып, ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, оло дәһшәттәре менән килеп башҡа бер халыҡ араһынан Үҙенә халыҡ алырға баҙнат иткәне бармы?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ