Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 63:5 - Изге Яҙма

5 Баҡтым, ярҙам итер һис берәү юҡ ине, Терәк булыр һис кем булмағанға хайран ҡалдым; Шул сағында Үҙ ҡулым еңеү килтерҙе, Асыуым Миңә таяныс булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Баҡтым, ярҙам итер һис берәү юҡ ине, Терәк булыр һис кем булмағанға хайран ҡалдым; Шул сағында Үҙ ҡулым еңеү килтерҙе, Асыуым Миңә таяныс булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Баҡтым, ярҙам итер һис берәү юҡ ине, Терәк булыр һис кем булмағанға хайран ҡалдым; Шул сағында Үҙ ҡулым еңеү килтерҙе, Асыуым Миңә таяныс булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 63:5
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Алла, Һин Үҙең беҙҙе ташламаныңмы ни? Ғәскәрҙәребеҙ башында яу сапмайһың.


Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин, Иренең – миһырбан инеше, Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған.


Раббы – батша! Ҡалтырап торһон халыҡтар! Ул – кирубтар өҫтөндәге тәхетендә, Әйҙә тетрәнһен ер йөҙө!


Бына, Хакимыбыҙ Раббы көс-ҡеүәте менән килә, Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән хакимлыҡ итер. Бүләге Үҙе менән, Алдынан әжере килә,


Боттарға ҡарайым, Араларында кәңәш бирерлек береһе юҡ, Һораным, һис яуап ала алманым.


Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине? Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуап ҡайтарманы? Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы? Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме? Минең асыуым диңгеҙ киптерә, Йылғалар сүлгә әйләнә; Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә.


Минең хаҡлығым яҡын, Мин алып килгән ҡотолоу юлға сыҡты. Мин халыҡтар араһында ҡулым менән Ғәҙеллек урынлаштырырмын; Диңгеҙ буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлар, Улар Минең ҡөҙрәтемә инаныр.


Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы! Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел! Раһавты һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы? Аждаһаны сәнскән Һин түгелме?


Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер.


«Һыҡҡыста йөҙөмдө бер яңғыҙым һыҡтым; Янымда халыҡтарҙан һис кем юҡ ине. Асыу менән тапаным уларҙы, Дәһшәтләнеп-ярһып тапаланым. Ҡандары кейемемә сәсрәне; Бөтөн өҫ-башымды бысратты.


Араларында диуарҙы ҡалҡытырлыҡ, диуарҙың емерелеп төшкән урынында тороп, был илде һәләкәттән һаҡлап ҡалыу өсөн Минең ҡаршыма баҫырлыҡ кеше эҙләнем, әммә берәүҙе лә таба алманым.


Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.


Бына ваҡыт етә, эйе, ул етте инде: һеҙ барығыҙ ҙа, Мине яңғыҙ ҡалдырып, өйҙәрегеҙгә таралырһығыҙ. Ләкин Мин яңғыҙ түгелмен, сөнки Атам Минең менән.


әммә Алла тарафынан саҡырып алынғандар өсөн, йәһүдме ул, грек булһынмы, Мәсих – Алла ҡөҙрәте һәм Алланың зирәк аҡылы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ