Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 63:18 - Изге Яҙма

18 Һинең халҡың аҙ ваҡытҡа ғына Изге торлағыңа хужа булды, Инде уны дошмандарыбыҙ Үҙҙәренең аяҡ аҫтарына һалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Һинең халҡың аҙ ваҡытҡа ғына Изге торлағыңа хужа булды, Инде уны дошмандарыбыҙ Уны аяҡ аҫтарына һалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Һинең халҡың аҙ ваҡытҡа ғына Изге торлағыңа хужа булды, Инде уны дошмандарыбыҙ Үҙҙәренең аяҡ аҫтарына һалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 63:18
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йырсылар етәксеһенә: «Килешеү лилиәһе» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Сион халҡын „Раббы йолоп алған изге халыҡ“ тиерҙәр. Ә һине, Йәрүсәлим, „Алланың һөйөклөһө, ташланмаған ҡала“ тип атарҙар».


Гүйә әүәлдән алып Һин хакимлыҡ итмәгән, Исемеңде йөрөтмәгән халыҡҡа оҡшап ҡалдыҡ.


Изге ҡалаларың сүлгә әйләнде, Сион – сүллек, Йәрүсәлим бушап ҡалды.


Йә Раббы, самаһыҙ асыуланма, Ғәйептәребеҙҙе гел иҫеңдә тотма. Ҡараһаңсы: беҙ барыбыҙ ҙа – Һинең халҡың!


Көтөүселәр өйөрө йөҙөм баҡсамды харап итте, Биләмәмде тапап бөттө, Минең ғәзиз өлөшөмдө буш сүлгә әйләндерҙе.


Хазина-байлығын талар өсөн, Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.


Алтын нисек тоноҡланды! Алтындың иң сафы төҫһөҙләнеп ҡалды. Һәр бер урамдың сатында Изге аҫылташтар аунап ята.


Мин бер изгенең һөйләгәнен, ә икенсе изгенең һорағанын ишеттем: – Күренмештәге был хәлдәр – көндәлек ҡорбандар, һәләкәт килтергән фетнә, Изге торлаҡтың һәм күк ғәскәренең тапалыуға дусар ителеүе ҡасанға тиклем барыр?


Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡос емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.


Ҡалаларығыҙҙы хараба итермен, табыныу урындарығыҙҙы бушлыҡҡа әйләндерермен, Миңә хуш еҫ өсөн килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәм.


Исхаҡ нәҫеленең табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡҡа сығыр, Исраилдың мөҡәддәс урындары емерелер, Яровғам батша йортона ҡаршы ҡылыс күтәрермен.


Ғайса: – Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Ул һине хөрмәттә, шөһрәттә һәм күркәмлектә Үҙе донъяға яратҡан барлыҡ ҡәүемдәрҙән өҫтөн ҡуясағын һәм, әйткән һүҙе буйынса, Үҙе өсөн һайлап алған халҡы итәсәген белдерҙе.


Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Әммә Алла йортоноң тышҡы ихатаһын хисапҡа индермә һәм үлсәмә, сөнки ул мәжүсиҙәргә бирелгән. Улар изге ҡаланың урамдарын ҡырҡ ике ай буйы тапап йөрөрҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ