Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 62:5 - Изге Яҙма

5 Егет ҡыҙға өйләнгәндәй, Улдарың да һине мәңгегә үҙенә алыр. Кейәү кәләшенә нисек ҡыуана, Аллаң да һиңә шулай һөйөнөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Егет ҡыҙға өйләнгәндәй, Улдарың да һине мәңгегә үҙенә алыр. Кейәү кәләшенә нисек ҡыуана, Аллаң да һиңә шулай һөйөнөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Егет ҡыҙға өйләнгәндәй, Улдарың да һине мәңгегә үҙенә алыр. Кейәү кәләшенә нисек ҡыуана, Аллаң да һиңә шулай һөйөнөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 62:5
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сион ҡыҙҙары, сығығыҙ, Туй көнөндә, йөрәге шатлыҡҡа тулған көндә, Әсәһе биргән таж кейгән Сөләймәнгә ҡарағыҙ!


Минең менән Ливандан кил, эй кәләшем! Кил минең менән Ливандан! Амана башынан төш, Сенир менән Хермон түбәһенән, Арыҫландарҙың өңөнән, Ҡапландар йәшәгән тауҙарҙан төш.


Инде һине – «ташландыҡ», Ереңде «бушлыҡ» тимәҫтәр; Уның урынына һине «һөйгәнем минең», Илеңде иһә «ирле ҡатын» тиерҙәр. Сөнки Раббы һине һөйөр, Илең дә хужалы-ирле булыр.


Мин Йәрүсәлим өсөн һөйөнөрмөн, Халҡым өсөн шатланырмын. Унда башҡаса илау тауышы, Аһ-зар ишетелмәйәсәк.


Уларға яҡшылыҡ ҡылыуҙан Мин ҡыуаныс табырмын, бөтөн йөрәгем, бар булмышым менән уларҙы был ерҙә төпләндерермен».


Шул саҡта Мин һинең менән мәңгелеккә йәрәшермен: Хаҡлыҡ, ғәҙеллек, мөхәббәт һәм рәхимлектә Мин һинең менән никахлашырмын.


Ул көндө Мин яуап ҡайтарырмын, – дип белдерә Раббы, – Мин күккә яуап бирермен, Күк ергә яуап ҡайтарыр.


Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр,


Бар ҡәүемдәр бәхетле тип һанар һеҙҙе, Сөнки хайран ерҙә йәшәйһегеҙ», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ