Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 60:7 - Изге Яҙма

7 Ҡыдарҙың бөтә ваҡ малы һиңә йыйылыр, Невайоҫтың һарыҡтары килтерелер, Ҡорбан усаҡтарымда күңелемә хуш ҡорбандар булыр. Үҙемдең данлы йортома тағы ла шөһрәт өҫтәрмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ҡыдарҙың бөтә ваҡ малы һиңә йыйылыр, Невайоҫтың һарыҡтары килтерелер, Ҡорбан усаҡтарымда күңелемә хуш ҡорбандар булыр. Үҙемдең данлы йортома тағы ла шөһрәт өҫтәрмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ҡыдарҙың бөтә ваҡ малы һиңә йыйылыр, Невайоҫтың һарыҡтары килтерелер, Ҡорбан усаҡтарымда күңелемә хуш ҡорбандар булыр. Үҙемдең данлы йортома тағы ла шөһрәт өҫтәрмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 60:7
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исмәғилдең улдарының исемдәре: – баш балаһы Невайоҫ, артабанғылары – Ҡыдар, Адбеил, Мивсам,


Инде ете үгеҙ, ете һарыҡ тәкәһе алығыҙ ҙа, ҡолом Әйүп янына барып, үҙегеҙ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны салығыҙ. Ҡолом Әйүп һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылһын. Мин, уның доғаһын ҡабул итеп, ахмаҡлығығыҙ өсөн, Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәгәнегеҙ өсөн, һеҙгә тейешле язаны бирмәм.


Һинең һаҡлаусың – Раббы, Ул уң яғыңда, һинең ышығың.


Ҡарасманлығыма ҡарамағыҙ, Ҡояш мине шулай ҡарайтты. Ағайҙарым миңә асыуланып, Йөҙөм баҡсаларын ҡарауыллар өсөн ҡуйҙы, Ә үҙемдең баҡсамды һаҡлай алманым.


Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр.


Раббы шулай Үҙен Мысырҙа танытр; Мысыр халҡы ла ул көн Раббыны таныр, Уға ҡорбан, саҙаҡалар килтерер, нәҙерҙәр әйтеп, уларҙы ғәмәлгә ашырыр.


Бөйөк Хаким миңә былай тине: – Теүәл бер йыл эсендә Ҡыдарҙың бөтә даны юҡҡа сығасаҡ.


Сүллек һәм сүллектәге ҡалалар, Ҡыдар халҡы йәшәгән төбәктәр геүләшһен. Селала йәшәүселәр тантана итһен, Тау түбәләренән ауаз һалһын.


Изге тауыма алып килермен, Доға йортомда ҡыуандырырмын; Тотош яндырыу ҡорбандарын, Бөтә ҡорбандарын хуш күрермен. Минең йортом бар халыҡтар өсөн Доға ҡылыу йорто тип аталыр».


Ливандың даны булған кипарис, ҡарағай, платан ағастары, Изге торлағымды матурлар өсөн, һиңә ташылыр. Аяҡ баҫҡан урынымды шулай данға күмәсәкмен.


Сөнки мөҡәддәс тауымда, Исраилдың бейек тауында, – тип белдерә Раббы Хаким, – бөтә Исраил нәҫеле, илендә күпме бар, бөтөнөһө, Миңә хеҙмәт итәсәк. Унда уларҙы рәхәтләнеп ҡабул итәсәкмен, саҙаҡаларығыҙҙы, тәүге уңыш ҡорбандарын, бөтә мөҡәддәс бүләктәрегеҙҙе ҡабул итәсәкмен.


Ғәрәбстан сауҙагәрҙәре, Ҡыдар хакимдары Һинең сауҙалашың булды: Бәрәс, һарыҡ, кәзә тәкәләре менән алыш-биреш итте.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр.


Мин ҡыуып таратҡан, Миңә ғибәҙәт ҡылған халҡым Куштың йылғалары аръяғынан Миңә ҡорбандар килтерер.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла.


Шуға һеҙҙән, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына үтенәм: үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе Аллаға хуш килерлек тере изге ҡорбан итеп бирегеҙ. Был һеҙҙең Аллаға ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр.


йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Алла хуш күрерҙәй, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, ҡаһин хеҙмәтен башҡарам.


Беҙҙең ҡорбан усағыбыҙ бар, Изге сатырҙағы хеҙмәтселәрҙең ундағы ҡорбанды ашарға хоҡуғы юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ