Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 60:15 - Изге Яҙма

15 Һине ситкә типтеләр, күрә алманылар. Яныңдан һис кем үтмәне. Инде һине мәңгегә ғорурлыҡ, Бөтөн быуындарҙың ҡыуанысы итәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Һине ситкә типтеләр, күрә алманылар. Яныңдан һис кем үтмәне. Инде һине мәңгегә ғорурлыҡ, Бөтөн быуындарҙың ҡыуанысы итәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Һине ситкә типтеләр, күрә алманылар. Яныңдан һис кем үтмәне. Инде һине мәңгегә ғорурлыҡ, Бөтөн быуындарҙың ҡыуанысы итәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 60:15
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үлемде йотоп ебәргән кеүек мәңгелеккә юҡ итәсәк. Раббы Хаким бөтә йөҙҙәрҙән һәр тамсы күҙ йәшен һөртөп аласаҡ, Бөтә ер йөҙөндә Үҙ халҡын хурлыҡтан ҡотҡарасаҡ, Сөнки Раббы шулай тине.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк.


Мин һораным: – Эй бөйөк Хаким, ҡасанға тиклем? Раббы әйтте: «Ҡалалар, харабаға әйләнеп, йәшәүсеһеҙ, Өйҙәр – кешеһеҙ, был ер тотош бушап ҡалғанға тиклем.


Раббы кешеләрҙе бик йыраҡтарға һөрәсәк, Ил буп-буш тороп ҡаласаҡ.


Кисергән мәсхәрә урынына – ике тапҡырға күберәк фатиха, Хурлығығыҙ урынына өлөшөгөҙҙө алып ҡыуанырһығыҙ, Шуға үҙ ерегеҙҙә ике тапҡырға мулыраҡ алырһығыҙ; Мәңгелек шатлыҡҡа эйә булырһығыҙ.


Инде һине – «ташландыҡ», Ереңде «бушлыҡ» тимәҫтәр; Уның урынына һине «һөйгәнем минең», Илеңде иһә «ирле ҡатын» тиерҙәр. Сөнки Раббы һине һөйөр, Илең дә хужалы-ирле булыр.


Ғәмәлдәремә мәңге ҡыуанып һөйөнөгөҙ; Йәрүсәлимде ҡыуаныс итеп, Халҡын ҡыуаныс сығанағы итеп бар ҡылам!


Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр, Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған, Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ: „Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен, Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр. Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ».


Һине ташландыҡҡа һананылар, „Сионды ҡайғыртыусы юҡ!“ – тигәйнеләр. Ә мин һине тағы дауалармын, Яраларыңды имләрмен», – тип белдерә Раббы.


Сөнки Раббы Яҡуп нәҫеленең бөйөклөгөн, Исраилдың әүәлге бөйөклөгөн кире ҡайтарыр, Дошмандары уларҙы тапап, Йөҙөм баҡсаларын харап итһәләр ҙә.


Уларҙы ғәрәсәт кеүек үҙҙәре белмәгән-күрмәгән ҡәүемдәр араһына тараттым». Уларҙан һуң ер бушап ҡалды, килгән-киткән кеше бөттө. Ниндәй күркәм ерҙәр бушлыҡҡа әйләнде.


Әммә Алла йортоноң тышҡы ихатаһын хисапҡа индермә һәм үлсәмә, сөнки ул мәжүсиҙәргә бирелгән. Улар изге ҡаланың урамдарын ҡырҡ ике ай буйы тапап йөрөрҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ