Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 59:19 - Изге Яҙма

19 Көнбайышта Раббының исеменән, Ҡояш сығышында Раббының шөһрәтенән ҡурҡырҙар. Сөнки ташҡын һыу һымаҡ килгәндә, Раббының һулышы уны ҡыуыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Көнбайышта Раббының исеменән, Ҡояш сығышында Раббының шөһрәтенән ҡурҡырҙар. Сөнки ташҡын һыу һымаҡ килгәндә, Раббының һулышы уны ҡыуыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Көнбайышта Раббының исеменән, Ҡояш сығышында Раббының шөһрәтенән ҡурҡырҙар. Сөнки ташҡын һыу һымаҡ килгәндә, Раббының һулышы уны ҡыуыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 59:19
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Диңгеҙ уларҙы күрҙе лә ҡасты, Иордан кирегә аҡты.


Уны юғарынан ҡолатырға уйлайһығыҙ, Ялғандан тәм табаһығыҙ; Телегеҙҙә фатиха булһа ла, Эсегеҙҙән ҡарғыш яуҙыраһығыҙ. Села


Ҡара, Раббының исеме йыраҡтан килә! Асыуы дөрләп яна, ялҡыны көслө, Ауыҙынан нәфрәт эркелә, Ә теле – гүйә бар нәмәне ялмап юҡ иткән ут.


Һулышы – ярҙарынан сыҡҡан ташҡын кеүек, Һыуы кешенең боғаҙына етә. Ул ҡәүемдәрҙе иләктән үткәрер, яраҡһыҙҙарын айырыр. Халыҡтарҙың ауыҙына юлдан яҙҙырыусы ауыҙлыҡ кейҙерер.


Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем Минән башҡа юҡ икәнде һәр кем белһен. Раббы Мин, башҡаһы юҡ.


Бына халҡым йыраҡтарҙан, Кем төньяҡтан, кем көнбайыштан, Ҡайһыһы Синимдан килеп етер.


Раббы былай ти: «Бына Мин Сионға именлек-бәрәкәтте йылға һымаҡ, Ҡәүемдәрҙең байлығын ташҡын һыу кеүек ағыҙырмын. Сион һеҙҙе имсәк бала һымаҡ, күтәреп йөрөтөр, Тубығына ултыртып иркәләр.


Мин бөйөк Хаким, Евфраттың ҡөҙрәтле ташҡын һыуҙарын – Ашшур батшаһы менән уның ҡеүәтен – Был халыҡтың өҫтөнә ебәрәм. Ошо ташҡын бөтә үҙәндәрҙе тултырып, Ярҙарынан ташып сығасаҡ,


Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».


Йылан һымаҡ, һөйрәлеүселәр һымаҡ туҙан яларҙар, Ҡалтыранып, үҙ өңдәренән килеп сығырҙар, Эй Аллабыҙ Раббы, улар Һинән ҡурҡып, Дәһшәт эсендә Һинең яғыңа боролорҙар.


– Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән бергә табын артында ултырыр.


Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны ауыҙынан сыҡҡан тын менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Шунан һуң мин күктән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте килде. Бына Уның Батшалығы килде, Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты! Көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ