Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 57:13 - Изге Яҙма

13 Ярҙам һорап ҡысҡырғанығыҙҙа, Йыйған боттарығыҙ ҡотҡарырмы? Һәммәһен дауыл осороп алып китәсәк, Иҫкән ел һепереп түгәсәк. Миңә һыйынғандар иһә илгә хужа булыр, Мөҡәддәс тауымды биләмәгә алыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Ярҙам һорап ҡысҡырғанығыҙҙа, Йыйған боттарығыҙ ҡотҡарырмы? Һәммәһен дауыл осороп алып китәсәк, иҫкән ел һепереп түгәсәк. Миңә һыйынғандар иһә илгә хужа булыр, Мөҡәддәс тауымды биләмәгә алыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Ярҙам һорап ҡысҡырғанығыҙҙа, Йыйған боттарығыҙ ҡотҡарырмы? Һәммәһен дауыл осороп алып китәсәк, Иҫкән ел һепереп түгәсәк. Миңә һыйынғандар иһә илгә хужа булыр, Мөҡәддәс тауымды биләмәгә алыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 57:13
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һиңә минән ни кәрәк? – тип ҡаршыланы Ильясиғин Исраил батшаһын. – Атаң менән әсәңдең пәйғәмбәрҙәренә барыр инең. – Улай тимә! – тине Исраил батшаһы. – Раббы беҙҙе, өс батшаны, моавтарҙың ҡулына тапшырыр өсөн бында йыйған.


Нисә тапҡыр ел осорған һалам һымаҡ, Дауыл елгәргән кәбәк кеүек булдылар?


Ә яуыздар ундай түгел, Ел осорған кәбәк кеүек улар.


Һинең ҡағиҙәләреңде тотам, Мине һис ҡасан ташлама, Раббым!


Ҡорамға артылыусылар йыры. Раббы Сиондың тотҡондарын ҡайтарған саҡта, Беҙ төш күргән һымаҡ булдыҡ.


Йөрәк тыпырсына, көсөм ҡасты, Хатта күҙҙәремдең нуры ҡайтты.


Йә Раббым, мине ташлама! Эй Илаһым, минән йыраҡлашма!


Уҡтарың килеп ҡаҙалды, Ҡулдарыңдың ауырлығы баҫа.


Тәҡәтем ҡороно, бөттө хәлем, Йөрәгем әсенеүҙән иңрәйем.


Әммә Һин уларҙан көлөрһөң, йә Раббы, Барса ҡәүемдәрҙе мыҫҡылларһың.


Ерҙән тоғролоҡ үҫеп сығыр, Хаҡлыҡ күктәрҙән аҫҡа эйелер.


Ҡомһоҙ бәндә дау сығара, Раббыға иҫәп тотҡан уңыш ҡаҙана.


Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.


Ул ҡәүемдең илселәренә ниндәй яуап бирелер? «Раббы Сиондың нигеҙен нығытты, Халҡының фәҡирҙәре шунда һыйыныр».


Һин ярлы өсөн – һыйыныс, Ауыр ваҡытта фәҡиргә – ҡәлғә, Ғәрәсәттә – ышыҡ, эҫелә күләгә булдың. Сөнки залимдарҙың һулышы – Диуарға ҡаҡлыҡҡан ҡойон һымаҡ.


Улар яңы ултыртылған, сәселгән үҫенте һымаҡ: Ергә саҡ-саҡ тамырланыуҙары була, Ул, тынын өрөп, уларҙы ҡорота ла, Дауыл һалам кеүек осороп алып китә.


Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер, Дауыл тирә-яҡҡа таратыр; Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр, Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“.


Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй.


Раббы былай ти: «Хуш күргән ваҡытымда һиңә яуап ҡайтарҙым, Ҡотҡарыу көнөндә ярҙам иттем. Илде аяҡҡа баҫтырыу, Ташландыҡ биләмәләрҙе хужаларына кире ҡайтарыу өсөн Мин һине ҡурсалармын, Һин – халҡым менән төҙөгән килешеүемдең билдәһе булырһың.


Изге тауыма алып килермен, Доға йортомда ҡыуандырырмын; Тотош яндырыу ҡорбандарын, Бөтә ҡорбандарын хуш күрермен. Минең йортом бар халыҡтар өсөн Доға ҡылыу йорто тип аталыр».


Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.


Ә һеҙҙе иһә, Раббыны ташлаған, Изге тауымды онотҡан, Бәхет илаһына табын япҡан, Яҙмыш илаһына туҫтаҡлап шарап һонған бәндәләрҙе,


Бүре менән бәрәс бергә утлар, Арыҫлан хас үгеҙ һымаҡ һалам ашар. Йыландың ейгәне тупраҡ булыр. Изге тауымдың бер ерендә лә Бер кем һис зарар килтермәҫ, зыян итмәҫ». Раббы шулай ти.


Яҡуп нәҫеленән яңы быуын тыуҙырырмын, Йәһүҙә тоҡомонан тауҙарыма хужа сығарырмын. Һайлап алған халҡым шул тауҙарҙы биләп алыр. Минең ҡолдарым шунда йәшәр.


Шунан һуң исраилдар Раббының ҡорамына икмәк саҙаҡаларын пак һауыттарҙа нисек алып килһә, улар ҙа бөтә ҡәүемдәрҙән ҡәрҙәштәрегеҙҙе аттарҙа, арбаларҙа, ылауҙарҙа, ҡасырҙарҙа, етеҙ дөйәләрҙә изге тауыма, Йәрүсәлимгә Раббыға бүләк итеп килтерәсәк.


Ҡайҙа һуң үҙеңә яһап алған илаһтарың? Башыңа бәлә килгән сағында, Ҡотҡара алһалар, улар тороп килһен. Сөнки ҡалаларың нисәү булһа, Илаһтарыңдың һаны шунса, эй Йәһүҙә!


«Ливан башына менеп ҡысҡыр, Тауышың Башандан яңғыраһын; Ғаваримда тороп иңрә, Сөнки бар уйнаштарың юҡ булды.


Көтөүселәреңде елдәр алып китер, Уйнаштарың әсирлеккә ҡыуылыр; Ә һин ҡәбәхәт эштәрең арҡаһында Мәсхәрәгә ҡалып хур булырһың.


Уйнаштарың барыһы ла һине онотто, Хәҙер һине эҙләмәйҙәр. Мин һине дошман һымаҡ туҡманым, Аяуһыҙ язаға дусар иттем, Сөнки ауыр енәйәтең, Гонаһтарың самаһыҙ күп.


Сөнки мөҡәддәс тауымда, Исраилдың бейек тауында, – тип белдерә Раббы Хаким, – бөтә Исраил нәҫеле, илендә күпме бар, бөтөнөһө, Миңә хеҙмәт итәсәк. Унда уларҙы рәхәтләнеп ҡабул итәсәкмен, саҙаҡаларығыҙҙы, тәүге уңыш ҡорбандарын, бөтә мөҡәддәс бүләктәрегеҙҙе ҡабул итәсәкмен.


Шуның өсөн улар таңғы томан һымаҡ булыр, Иртәнсәк кипкән ысыҡҡа оҡшап ҡалыр, Ырҙындан ел осорған кәбәктәй ғәйеп булыр, Мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә оҡшап ҡалыр.


«Шунда Минең Раббы – Мөҡәддәс тауым Сионда төйәкләнгән Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. Йәрүсәлим изге урын булыр; Ят ҡәүемдәр бүтән уның аша үтә алмаҫ.


Раббы уларҙы саҡырғанда, тыңламанылар. «Улар саҡырғанда Мин дә уларҙы тыңламаным, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Барығыҙ, үҙегеҙ һайлап алған илаһтарға ялбарығыҙ, әйҙә, ауырлыҡтан хәҙер улар һеҙҙе ҡотҡарһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ