Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 57:1 - Изге Яҙма

1 Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип тоғро кешеләр алына –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 57:1
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уны бөтә Исраил халҡы йәш түгеп оҙатыр. Әммә Яровғам ғаиләһенән бары ул ғына ҡәбергә инер, сөнки Исраил Аллаһы Раббы Яровғам нәҫеленән бары шул балала ғына яҡшы нәмә тапты.


Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып, был яуапты батшаға һөйләп бирҙеләр.


Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны Дауыт нәҫеле төрбәһенең үрге яғына дәфен ҡылалар. Хизкияһ вафат булғас, бөтә Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлим кешеләре уны хөрмәтләп оҙата. Уның урынына улы Менашше батша була.


Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға һәм унда йәшәүселәргә Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып был яуапты батшаға һөйләп бирәләр.


Хеҙмәтселәре уны, яу арбаһынан төшөрөп, икенсе арбаға ултырта һәм Йәрүсәлимгә алып ҡайта. Ул вафат була, ата-бабалары төрбәһенә дәфен ҡылына. Бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлим Йошияһ өсөн ҡайғырып илай.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Шуға күрә Ул өҫтәренә ялҡынлы асыуын, Һуғыш дәһшәтен түкте; Ут уларҙы солғап алды, Әммә улар аңламаны. Ялҡын яндырҙы, Тик улар төшөнөргә теләмәне.


Бәлә килер – арбай алмаҫһың, Ҡаза төшөр – ҡыуа белмәҫһең. Ҡапыл әле уйыңда ла булмаған һәләкәткә юлығырһың.


„Мин мәңге хакимә буласаҡмын“, – тип әйттең, Әммә быларҙың нимә менән тамамланасағын Уйлап ҡараманың, башыңа ла килтермәнең.


Миңә хыянат итерлек, Мине иҫтән сығарырлыҡ, Күңелеңдән юйып ырғытырлыҡ итеп, Кем ҡурҡытты, кем ҡотоңдо алды? Мин оҙаҡ өндәшмәй торған өсөн, Минән ҡурҡыуҙан туҡтанығыҙмы?


Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!»


Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен башҡаса күрмәҫ.


Исраил еренә әйт, Раббы былай ти: «Бына, Мин һиңә ҡаршы сығам! Ҡынынан ҡылысымды һурып алам да һәммәгеҙҙе – тәҡүәләрҙе лә, яуыздарҙы ла – ҡырам.


Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.


Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.


Ҡом бөртөгөләй күмәк Яҡуп нәҫелен кем һанап сығыр? Исраилдың дүртенсе өлөшөн кем иҫәпләй алыр? Үлһәм ине намыҫлылар үлеме менән, Ахырым уларҙыҡылай булһа ине!»


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ