Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 54:8 - Изге Яҙма

8 Аҙға ғына, асыулы сағымда һинән йөҙ йәшереп торҙом. Әммә мәңгелек мөхәббәт менән Рәхимлек ҡылырмын һиңә. – Шулай ти һине йолоп алыусы Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Аҙға ғына, асыулы сағымда һинән йөҙ йәшереп торҙом. Әммә мәңгелек мөхәббәт менән Рәхимлек ҡылырмын һиңә. – Шулай ти һине йолоп алыусы Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Аҙға ғына, асыулы сағымда һинән йөҙ йәшереп торҙом. Әммә мәңгелек мөхәббәт менән Рәхимлек ҡылырмын һиңә. – Шулай ти һине йолоп алыусы Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 54:8
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡоштар унда ояларын ҡора, Шыршылар – ҡауҙылар өсөн төйәк.


Елдәрҙе Үҙеңә – илсе, Ялҡынланған утты хеҙмәтселәрең итәһең!


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.


Ҡотҡар халҡыңды, Биләмәң булған халҡыңа фатиха бир. Уларға көтөүсе бул, Һәр саҡ ҡул осоңда йөрөт!


Мин тик Һиндә генә ышыҡ табам, Сығарһана йәшерен ҡоролған тоҙаҡтарҙан.


Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып, Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр – Уны үҙ иленә ҡайтарыр. Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр, Улар менән йәнәшә көн күрә башлар.


Эй халҡым, өйөңә ҡас, ишегеңде биклә. Раббының асыуы күпкә түгел, Ул үткәнсе генә йәшенеп тор.


Эй Яҡуп нәҫеле, ни өсөн һин: «Раббы башыма төшкәнде белмәй», – тиһең? Эй Исраил халҡы, ниңә: «Аллам минең дәғүәмде онотҡан», – тип әйтәһең?


Ысынлап та, Һин Үҙеңде йәшергән Аллаһың, Исраил Аллаһы, Ҡотҡарыусы!


Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.


Раббы, Ҡотҡарыусың, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Мин – Раббы, һинең Аллаң, Һиңә файҙа булғанды өйрәтеүсемен, Бараһы юлыңда етәкләйем.


Улар асыҡмаҫ һәм һыуһамаҫтар, Ҡояш һуҡмаҫ, эҫе ҡапмаҫ уларға. Сөнки Мәрхәмәт эйәһе юл күрһәтер, Шишмәләргә алып килер.


Һөйөн, эй күк; ҡыуан, эй ер йөҙө! Тауҙар гөрләшеп тантана итһен! Сөнки Раббы халҡына йыуаныс бирҙе, Ғазап сиккәндәргә мәрхәмәт ҡылды».


Һине йәберләгәндәргә Үҙҙәренең тәнендәге итен ашатырмын. Улар шарап эскән кеүек үҙ ҡанынан иҫерер. Шул сағында бар кешеләргә лә мәғлүм булыр: Мин – Раббы, һинең Ҡотҡарыусың, Йолоп алыусың, Яҡуптың ҡөҙрәтле Аллаһы Мин».


Тауҙар урынынан күсһә лә, Ҡалҡыулыҡтар тетрәһә лә, Һине мөхәббәтемдән айырмам. Именлек хаҡында килешеүем ҡаҡшамаҫ, – Шулай ти һиңә мәрхәмәт ҡылған Раббы.


Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.


Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.


Сит-яттар диуарҙарыңды төҙөр, Батшалары һиңә хеҙмәт итер. Асыуланғанымда һине язалаһам да, Инде илтифат ҡылып, шәфҡәтемде күрһәтәм.


Раббының тоғро һөйөүе хаҡында һөйләрмен, Маҡтауға лайыҡ ғәмәлдәре, Ул беҙгә эшләгән барыһы өсөн Уны данлармын; Үҙенең рәхим-шәфҡәте, бөйөк мөхәббәте менән Исраил халҡына күрһәткән ҙур изгелеген маҡтармын!


Исемеңде әйтеп саҡырған, Һин тип йән атҡан бер кем юҡ. Шуға күрә беҙҙән йөҙ йәшерҙең, Беҙҙе үҙ ғәйептәребеҙҙең ихтыярына бирҙең.


Яҡуп нәҫеленән йөҙөн йәшергән Раббыға ышанам мин, өмөтөм Унда.


Раббы миңә алыҫтан күренеп былай тине: «Мин һине яратам, Исраил, Минең һөйөүем мәңгелек, Шуға күрә һиңә тоғро булып ҡалам.


Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».


Исраилдың Изгеһе алдында Илдәре енәйәткә батҡан булһа ла, Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын ташламаны.


Халҡым Исраил өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын, инде уларҙан йөҙ йәшермәм», – тип белдерә Раббы Хаким.


Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!


Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“.


Шуға күрә Раббы былай ти: „Йәрүсәлимгә мәрхәмәтемде ҡайтарам, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Йортом унда ҡабаттан төҙөлөр һәм үлсәү ебе йәнә Йәрүсәлим өҫтөнән һуҙылыр“.


Йәһүҙә халҡына көс бирәм, Йософ нәҫелен ҡотҡарам. Һөргөндән кире ҡайтарам, Сөнки уларҙы ҡыҙғанам. Мин уларҙан ваз кисмәгән кеүек булырҙар, Сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын; Ялбарыуҙарына яуап ҡайтарырмын.


Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих Үҙе һәм Атабыҙ Алла


Шуға ла, Мәсихкә инанып мәңгелек тормош аласаҡ кешеләр өсөн иң сағыу өлгө булһын тип, миңә шәфҡәт бирелде һәм Ғайса Мәсихтең бөйөк сабырлығы миндә күрһәтелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ