Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 54:1 - Изге Яҙма

1 «Бала тапмаған түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Ҡыуаныстан ҡысҡыр! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, Шатлыҡтан йырла! Сөнки ташланған ҡатындың балалары Ирле ҡатындыҡынан күберәк булыр, – ти Раббы, –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 «Бала тапмаған түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Ҡыуаныстан ҡысҡыр! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, Шатлыҡтан йырла! Сөнки ташланған ҡатындың балалары Ирле ҡатындаҡынан күберәк булыр, – ти Раббы, –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 «Бала тапмаған түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Ҡыуаныстан ҡысҡыр! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, Шатлыҡтан йырла! Сөнки ташланған ҡатындың балалары Ирле ҡатындыҡынан күберәк булыр, – ти Раббы, –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 54:1
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Алла минең йөҙөмдө көләс итте. Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә көләсәк, – тине Сара.


Беҙҙе түгел, Раббы, беҙҙе түгел, Мөхәббәтең менән тоғролоғоң хаҡына Һин Үҙеңдең исемеңде данла!


Һеңлебеҙ бәләкәс әле, Хатта күкрәктәре лә бүртмәгән. Һоратырға тип килһәләр, Уның өсөн ни эшләрбеҙ?


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Һау ҡалғандар, ҡысҡырышып, Һөйөнөс йырҙары йырлар. Көнбайышта йәшәгәндәр Раббы бөйөклөгөн данлар.


Эй күктәр, шатланып гөрләшегеҙ, Сөнки быны Раббы эшләне. Ҡыуанығыҙ, ер тәрәнлектәре, Тауҙар, урмандар, ундағы һәр бер ағас, Шатланып шаулағыҙ, Сөнки Раббы Яҡуп нәҫелен йолоп алды, Исраилда шөһрәтен күрһәтте.


Һөйөн, эй күк; ҡыуан, эй ер йөҙө! Тауҙар гөрләшеп тантана итһен! Сөнки Раббы халҡына йыуаныс бирҙе, Ғазап сиккәндәргә мәрхәмәт ҡылды».


Харабаға әйләнеп, бушап ҡалғайның, Илең тотош таланғайны. Әммә, Сион, халҡың өсөн ерҙәрең тар булыр, Һине харап иткәндәр алыҫҡа ҡасыр.


Әле ишетерһең, әсирлектә тыуған балаларың: „Бында беҙҙең өсөн бик тар, Иркенләп йәшәргә урын бир“, – тип әйтер.


Инде һине – «ташландыҡ», Ереңде «бушлыҡ» тимәҫтәр; Уның урынына һине «һөйгәнем минең», Илеңде иһә «ирле ҡатын» тиерҙәр. Сөнки Раббы һине һөйөр, Илең дә хужалы-ирле булыр.


«Тулғаҡ тотоп өлгөрмәне, тыуҙырҙы; Ауыртыныу тоймаҫ борон уҡ бер ул тапты!


Йырла, эй Сион-ҡыҙ, Ҡыуан Исраил! Бар күңелдән ҡыуан, Күңел ас, эй Йәрүсәлим-ҡыҙ!


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Бала тапмаған, түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, ҡыуаныстан ҡысҡыр! Сөнки ире ташлаған ҡатындың балалары ире булғаныныҡына ҡарағанда күберәк».


Туҡ булғандар бер һыныҡ икмәк өсөн бил бөгөр, Ас булғаны һый-хөрмәттә йәшәр. Түлһеҙ ҡатын ете бала табыр, Күп балалы япа-яңғыҙ һулыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ