Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 52:10 - Изге Яҙма

10 Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарғанын күрер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 52:10
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул сағында Мин һине маҡтармын, Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен.


Ҡалҡһын Алла, таралһын дошмандары, Хозурынан ҡасһын Уға асыу тотҡандар!


Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.


Ул көндө былай тиерҙәр: «Был беҙҙең Аллабыҙ! Беҙ Уға өмөт бағланыҡ – Ул беҙҙе ҡотҡарҙы! Ул Раббы, Уға инандыҡ! Ҡотҡарғанына һөйөнөп шатланайыҡ!»


Шул сағында Раббы ҡеүәтле тауышын яңғыратыр, Көслө асыу менән, бар нәмәне ялмар ут ялҡынында, Дауылда, ташҡында һәм таш яуғанда Күтәрелгән ҡулының көсөн күрһәтер.


Эй алыҫтағылар, ҡылған эштәремде ишетегеҙ; Эй яҡында йәшәгәндәр, Минең көсөмдө белегеҙ!»


Шул саҡ Раббының шөһрәте асылыр, Бөтә йән эйәләре берлектә уны күрер. Раббы Үҙ ауыҙы менән шулай тине».


Эй донъяның һәр тарафы, Миңә боролоғоҙ – ҡотҡарылырһығыҙ. Сөнки Алла Мин һәм башҡаһы юҡ!


Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ.


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы! Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел! Раһавты һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы? Аждаһаны сәнскән Һин түгелме?


Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды? Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?


Хәлде үҙгәртерлек бер кемдең дә булмағанын күрҙе, Яҡлаусының булмауына хайран ҡалды. Үҙ көсө менән еңеү яуланы, Хаҡлығы Уға таяныс булды.


Еңеүе таң һымаҡ нурланып балҡығанға, Ҡотолоуы ялҡын кеүек янғанға тиклем Сионды яҡлап һүҙ әйтмәйенсә тормам, Йәрүсәлимде хәстәрләүҙән туҡтамам.


Баҡтым, ярҙам итер һис берәү юҡ ине, Терәк булыр һис кем булмағанға хайран ҡалдым; Шул сағында Үҙ ҡулым еңеү килтерҙе, Асыуым Миңә таяныс булды.


Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.


Бөтә халыҡтар алдындаҺин әҙерләгән ҡотолоуҙы үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.


шунда йән эйәләренең бөтәһе лә Алла ҡотҡарыуын күрер“».


Раббы бит беҙгә: «Ҡотолоу Һинең аша ер йөҙөнөң иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итеп ҡуйҙым», – тигән бойороҡ бирҙе.


Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Раббының ни тиклем ҡөҙрәтле булыуын белһен, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббынан һәр саҡ ҡурҡһын һәм ололаһын өсөн эшләнде был.


Шунан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм ҡәбиләгә, һәр телдә һөйләшеүселәргә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине.


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ