Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 51:3 - Изге Яҙма

3 Раббы Сионды йыуатыр, Харабаларын тынысландырыр, Уның сүлен Ғедән баҡсаһына әйләндерер, Далаһын Раббы баҡсаһына әүерелдерер. Ул ерҙә шатлыҡ, һөйөнөс булыр, Раббыға шөкөрана, дан йырланасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Раббы Сионды йыуатыр, Харабаларын тынысландырыр, Уның сүлен Ғедан баҡсаһына әйләндерер, Далаһын Раббы баҡсаһына әүрелдерер. Ул ерҙә шатлыҡ, һөйөнөс булыр, Раббыға шөкөрана, дан йырланасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Раббы Сионды йыуатыр, Харабаларын тынысландырыр, Уның сүлен Ғедән баҡсаһына әйләндерер, Далаһын Раббы баҡсаһына әүерелдерер. Ул ерҙә шатлыҡ, һөйөнөс булыр, Раббыға шөкөрана, дан йырланасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 51:3
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Лут, тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны.


Бөйөк Хаким, илаһтар араһында Һиндәй юҡ, Һин эшләгән һымаҡ ғәмәлдәр юҡ.


Эй Исраил, ул көндө әйтерһең: «Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы! Һин миңә асыулы инең, Инде асыуың баҫылды, Миңә Һин йыуаныс бирәһең.


Ул көндө былай тиерҙәр: «Был беҙҙең Аллабыҙ! Беҙ Уға өмөт бағланыҡ – Ул беҙҙе ҡотҡарҙы! Ул Раббы, Уға инандыҡ! Ҡотҡарғанына һөйөнөп шатланайыҡ!»


Аҡһаҡтар болан һымаҡ һикереп торор, Телһеҙ шатлыҡтан йырлап ебәрер, Сөнки сүлдә шишмәләр атылыр, Далала йылғалар аға башлар.


Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер, Дауыл тирә-яҡҡа таратыр; Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр, Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“.


Бына Мин яңы бер ғәмәл ҡылам! Ул хәҙер үк башланыр. Һеҙ шуны аңламаҫһығыҙмы? Мин сүлдә юл һалам, Ҡоро ерҙә йылғалар ағыҙам.


Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм;


Һөйөн, эй күк; ҡыуан, эй ер йөҙө! Тауҙар гөрләшеп тантана итһен! Сөнки Раббы халҡына йыуаныс бирҙе, Ғазап сиккәндәргә мәрхәмәт ҡылды».


Харабаға әйләнеп, бушап ҡалғайның, Илең тотош таланғайны. Әммә, Сион, халҡың өсөн ерҙәрең тар булыр, Һине харап иткәндәр алыҫҡа ҡасыр.


Раббы былай ти: «Хуш күргән ваҡытымда һиңә яуап ҡайтарҙым, Ҡотҡарыу көнөндә ярҙам иттем. Илде аяҡҡа баҫтырыу, Ташландыҡ биләмәләрҙе хужаларына кире ҡайтарыу өсөн Мин һине ҡурсалармын, Һин – халҡым менән төҙөгән килешеүемдең билдәһе булырһың.


«Һеҙҙе йыуатыусы Мин генә, Мин! – ти Раббы. – Ниңә һеҙ фани кешенән – Үләндәй һулыған әҙәм балаһынан ҡурҡаһығыҙ?


Эй Йәрүсәлим харабалары, Һөйөнөгөҙ, бергәләшеп йырлағыҙ, Сөнки Раббы Үҙенең халҡын йыуатты, Йәрүсәлимде йолоп алды.


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Ғәмәлдәремә мәңге ҡыуанып һөйөнөгөҙ; Йәрүсәлимде ҡыуаныс итеп, Халҡын ҡыуаныс сығанағы итеп бар ҡылам!


Мин арығандарға һыу бирермен, Талсыҡҡандарҙы ашатырмын.


Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында – инең; Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең: Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас, Һары яҡут, оникс, йәшмә, Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт – Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән. Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине.


Илегеҙҙә кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ишәйтәсәкмен. Улар үрсер һәм күбәйер. Элекке ваҡыттарҙағы кеүек, илегеҙҙә бик күп кеше йәшәр. Мин һеҙгә әүәлгегә ҡарағанда ла күберәк игелек ҡылырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


„Ташландыҡ ятҡан был ерҙәр Ғедән баҡсаһындай булды! Харабаға әйләнгән, бушап ҡалған, емерелгән ҡалалар әле нығытылды, унда кешеләр йәшәй башланы“, – тип әйтерҙәр.


Алдарынан – ялҡын ялмап бара, Арттан ут көйрәтеп ҡала; Ғедән баҡсаһылай күркәм ерҙәр Улар үткәндән һуң бушлыҡҡа әйләнә. Һис нәмә уларҙан ҡотола алмай.


Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәгән килеш, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ