Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 51:1 - Изге Яҙма

1 «Ғәҙеллеккә ынтылғандар, Раббыны эҙләгәндәр, тыңлағыҙ Мине! Үҙегеҙ уйылып алынған ҡаяға, Үҙегеҙ соҡолоп алынған тау-ташҡа күҙ һалығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 «Ғәҙеллеккә ынтылғандар, Раббыны эҙләгәндәр, тыңлағыҙ Мине! Үҙегеҙ уйып алынған ҡаяға, Үҙегеҙ соҡоп алынған тау-ташҡа күҙ һалығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 «Ғәҙеллеккә ынтылғандар, Раббыны эҙләгәндәр, тыңлағыҙ Мине! Үҙегеҙ уйылып алынған ҡаяға, Үҙегеҙ соҡолоп алынған тау-ташҡа күҙ һалығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 51:1
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.


Ләкин баштарына бәлә килгәс, улар Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ борҙолар, Уны эҙләнеләр, һәм Раббы уларға табылды.


Раббы, мәңгелектән килгән Мәрхәмәтең менән мөхәббәтеңде иҫкә төшөр.


Иманһыҙҙың юлы – Раббыға ҡәбәхәт, Ул хаҡлыҡ юлынан йөрөгәнде ярата.


Тәҡүәлеккә, тоғролоҡҡа ынтылғандар имен тормош, ҡәҙер-хөрмәт ҡаҙаныр.


Мин йәшерен генә, ҡараңғы урында тороп һөйләмәнем, Яҡуп тоҡомона: „Мине буш урындарҙа эҙләгеҙ!“ – тимәнем. Хәҡиҡәтте һөйләгән, Дөрөҫлөктө асҡан Раббы Мин.


Тыңлағыҙ, эй Яҡуп йорто, Исраил исеме менән аталғандар, Йәһүҙәнең орлоғонан таралғандар! Раббы исеме менән ант итәһегеҙ, Исраил Аллаһын саҡыраһығыҙ, Әммә тоғролоҡ һәм тәҡүәлектән алыҫһығыҙ.


Эй Яҡуп нәҫеле, Үҙем һайлап алған Исраил, тыңла Мине! Был – Мин! Мин – беренсеһе һәм дә һуңғыһымын!


Тыңла Мине, халҡым, ҡолаҡ һал, өммәтем! Бына Минән ҡарар-ҡанун сығыр, Ғәҙел хөкөмөмдө халыҡтарға яҡтылыҡ-нур итермен.


Тыңлағыҙ Мине, хаҡлыҡты белеүселәр, Ҡарар-ҡанунымды йөрәгендә йөрөткән халыҡ! Кешеләрҙең хурлауынан ҡурҡмағыҙ, Мәсхәрәләренән хафаға ҡалмағыҙ.


Раббыны табырға мөмкин булған саҡта, эҙләгеҙ; Ул яҡында саҡта, саҡырығыҙ!


Мине эҙләгән халҡыма Шарон үҙәне – көтөүҙәр өсөн утлау, Ғахор үҙәне мал-тыуарға ял урыны булыр.


Раббыға ынтылығыҙ – Шул саҡ иҫән ҡалырһығыҙ. Юҡһа Ул, ялҡын шикелле, Йософ йортон ялмап алыр. Бейт-Ил дә дөрләп яныр – Уны һүндереүсе булмаҫ.


Раббыны эҙләгеҙ, Илдең итәғәтле әҙәмдәре, Раббы ҡанундарын үтәүселәр, Хаҡлыҡ эҙләгеҙ, Тыйнаҡ булығыҙ – Бәлки, Раббының асыу көнөндә Боҫоп ҡалыу һеҙгә насип булыр.


Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.


Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар.


Шуның өсөн үҙ-ара татыу йәшәүгә һәм бер-беребеҙҙең рухын нығытыуға хеҙмәт иткән нәмәләргә ынтылайыҡ.


Имандаштар, мин маҡсатыма өлгәштем тип һанамайым. Ә бары тик үткәнемде онотоп алға ынтылам,


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф йөрәк менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл.


Бөтәһе менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ