Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 5:23 - Изге Яҙма

23 Ундайҙар, ришүәт өсөн, яуызды хаҡлыға сығара, Хаҡлыларҙың хаҡын тартып ала!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Ундайҙар, ришүәт өсөн, яуызды хаҡлыға сығара, Хаҡлыларҙың хаҡын тартып ала!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Ундайҙар, ришүәт өсөн, яуызды хаҡлыға сығара, Хаҡлыларҙың хаҡын тартып ала!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 5:23
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Унан ике йүнһеҙ әҙәм килеп, Навоҫтың ҡаршыһына ултырҙы ла: – Навоҫ Алла менән батшаны хурланы, – тип шаһитлыҡ итте. Шунан Навоҫты ҡаланан тышҡа алып сыҡтылар ҙа таш бәреп үлтерҙеләр.


Алланан ҡурҡығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға ялғанлау ҙа, кеше айырыу ҙа, ришүәтселек тә хас түгел.


Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.


Хаҡ хөкөмдө боҙор өсөн яуыз кеше йәшереп кенә ришүәт ала.


ғәйеплегә: «Һин хаҡлыһың», – тиеүсене ил ләғнәтләр, халыҡтар уға нәфрәтләнер,


Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.


Ярлыларҙы ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалдырыр, Халҡымдың көсһөҙҙәренең хоҡуҡтарын тартып алыр, Тол ҡатындарҙы үҙенә яумал итер, Етемдәрҙең малын талап алыр өсөн Яуыз ҡағиҙәләр яҙған, Хаҡһыҙ ҡанундар сығарған бәндәләргә ҡайғы!


Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙә Иҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята. Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған. Улар күргән күренмештәр ялған, Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш.


Ундайҙар кешеләргә яла яғалар, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә хөкөмдарҙарға тоҙаҡ ҡоралар, Ғәйепһеҙҙе ғәҙел хөкөмдән мәхрүм итәләр.


Ҡәбәхәттең ҡылған ғәмәлдәре яман: Ярлының дәғүәһе хаҡ булһа ла, Уны ялғанлап юҡ итер өсөн тоҙаҡ ҡорор.


Бер ерҙә лә хәҡиҡәт юҡ, Яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше талана. Раббы быларҙы күрҙе һәм хәҡиҡәт юҡлығына әрнене.


Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә Хөкөм иткәндә ситкәрәк этәрһегеҙ.


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.


Шулай итеп, тәҡүә Һабил ҡанынан алып, һеҙ ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтергән Бәрәхъяһ улы Зәкәрьяһтың ҡанына тиклем, ер йөҙөндә түгелгән бөтә тәҡүә кешеләрҙең ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк.


Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.


Һеҙ ғәйепһеҙҙе хөкөм иттегеҙ һәм үлтерҙегеҙ: ул һеҙгә ҡаршылашманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ