Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 5:20 - Изге Яҙма

20 Яманды – яҡшы, яҡшыны – яман тип әйткәндәргә, Ҡараңғылыҡты – яҡтылыҡ, яҡтылыҡты – ҡараңғылыҡ тип күргәндәргә, Әсене – татлы, татлыны – әсе тип һанағандарға ҡайғы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Яманды – яҡшы, яҡшыны – яман тип әйткәндәрҙең, Ҡараңғылыҡты – яҡтылыҡ, яҡтылыҡты – ҡараңғылыҡ тип күргәндәрҙең, Әсене – татлы, татлыны – әсе тип һанағандарға ҡайғы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Яманды – яҡшы, яҡшыны – яман тип әйткәндәргә, Ҡараңғылыҡты – яҡтылыҡ, яҡтылыҡты – ҡараңғылыҡ тип күргәндәргә, Әсене – татлы, татлыны – әсе тип һанағандарға ҡайғы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 5:20
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә улар төндө көн тип раҫлай; Ҡараңғыла: „Яҡтылыҡ яҡын ул!“ – тип иҫбатлай. Әммә әйләнәлә бары ҡараңғылыҡ.


Ялған эштән алыҫ тор. Ғәйепһеҙҙе һәм хаҡлыны үлемгә дусар итмә, сөнки Мин ундай яуызлыҡ ҡылған әҙәмде аҡламайым.


Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.


Сөнки уларҙың ризығы – яуызлыҡ, залимлыҡтың шарабын эсәләр.


Инде шарап эсеп йырлашмайҙар, Хәмер әсе булып тойола.


Ундайҙар кешеләргә яла яғалар, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә хөкөмдарҙарға тоҙаҡ ҡоралар, Ғәйепһеҙҙе ғәҙел хөкөмдән мәхрүм итәләр.


Улар әүлиәләргә: «Инде күренмештәр күрмәгеҙ», – тиҙәр. Улар пәйғәмбәрҙәргә: «Беҙгә дөрөҫ күренмештәр кәрәкмәй, Ишеткебеҙ килгәнде генә һөйләгеҙ. Уйҙырма күренмештәр генә еткерегеҙ, – тиҙәр, –


Инде ахмаҡты – арҙаҡлы, Ҡәбәхәтте хөрмәтле тимәҫтәр.


Бер нисә ус арпа, бер нисә телем икмәк өсөн һеҙ үлергә тейеш булмағандарға – үлем, йәшәргә тейеш булмағандарға ғүмер юрап, ялғанды хуш күргән кешеләрҙе алдап, халҡым алдында Мине хурлайһығыҙ».


Эй һеҙ, ғәҙел хөкөмдө әремгә әйләндереүселәр, Хаҡлыҡты ергә түңкәрә бәреүселәр – ҡайғы һеҙгә!


Ә һеҙ яҡшылыҡты кире ҡағып, Яманды яратаһығыҙ. Халҡымдың тиреһенә тиклем һалдыраһығыҙ, Һөйәгенән итен айыраһығыҙ.


Шуға күрә ҡанун көсһөҙләнде, Ғәҙел хөкөм итеүсе юҡ, Ғәйепһеҙҙе енәйәтсе еңеп сыға, Сөнки хөкөм эше залимлашҡан.


Һүҙҙәрегеҙ менән Раббыны йонсотһағыҙ ҙа: «Нимә менән беҙ Уны йонсотабыҙ?» – тиһегеҙ. «Золом ҡылған һәр кем Раббы өсөн яҡшы, Раббы ундайҙар менән риза», – тигән һүҙҙәрегеҙ, «Ҡайҙа икән ул хаҡ хөкөмлө Алла?» – тип әйтеүегеҙ менән йонсотаһығыҙ.


Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла, Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».


Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес.


Әгәр ике кеше араһында дәғүә сыға икән, улар хөкөмдарға барһын һәм низағты хөкөмдарҙар тикшерһен: хаҡлыһын аҡлаһындар, ғәйеплеһен ғәйепле тип иғлан итһендәр.


Исраил халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта, үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ