Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 5:2 - Изге Яҙма

2 Тупрағын ҡаҙып, таштарынан таҙартты, Иң һәйбәт йөҙөм ултыртты. Уртаһына ҡарауыл манараһы ҡалҡытты, Йөҙөм һыҡҡыс өсөн ташты уйҙы. Баҡсаһынан татлы емеш көттө, Әммә йөҙөм әсе емеш бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Тупрағын ҡаҙып, таштарынан таҙартты; Иң һәйбәт йөҙөм ултыртты. Уртаһына ҡарауыл манараһы ҡалҡытты; Йөҙөм һыҡҡыс өсөн ташты уйҙы. Баҡсаһынан татлы емеш көттө, Әммә йөҙөм әсе емеш бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Тупрағын ҡаҙып, таштарынан таҙартты, Иң һәйбәт йөҙөм ултыртты. Уртаһына ҡарауыл манараһы ҡалҡытты, Йөҙөм һыҡҡыс өсөн ташты уйҙы. Баҡсаһынан татлы емеш көттө, Әммә йөҙөм әсе емеш бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 5:2
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин халҡым Исраилға Үҙем һайлаған урынды бирермен һәм уны шунда тамыр йәйҙерермен, ул үҙ ерендә тыныс йәшәр, башҡаса шомланып тормаҫ. Элекке кеүек, үҙ халҡым Исраилға Мин ҡуйған хакимдар идара иткән саҡтағы һымаҡ, залимдар уны башҡаса ҡыҫырыҡламаҫ; Мин һине бөтә дошмандарыңдан тыныслыҡта ҡалдырырмын. Раббы шуны белдерә: Ул Үҙе һиңә йорт ҡорасаҡ.


Шул ваҡытта мин Йәһүҙәлә ҡайһы бер кешеләрҙең шәмбе көндө йөҙөм һуты һығыуҙарын, көлтә ташығандарын, ишәктәренә ашлыҡ, шарап, йөҙөм, инжир һәм һәр төрлө йөк тейәп, Йәрүсәлимгә һатырға килтергәндәрен күрҙем. Уларҙы был көндө аҙыҡ-түлек һатмаһындар тип киҫәттем.


Бәләгә ҡалғас, Мине саҡырҙың – Мин һине ҡотҡарып алып ҡалдым; Йәшен болотонан яуап ҡайтарҙым, Мерива һыуҙарында һине һынаным. Села


Тыңла, халҡым, Мин киҫәтәм һине! Эй Исраил, һин Мине тыңлаһаң ине!


Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айыраһың да инде.


Сион-ҡыҙ – йөҙөм баҡсаһындағы әүеҫлек, Йәшелсә баҫыуындағы ҡыуыш, Ҡамауҙағы ҡала һымаҡ ҡалды.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Һине ултыртҡан Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙе башыңа бәлә килтерергә ҡарар итте, сөнки Исраил менән Йәһүҙә халҡы золом ҡылды. Бәғелгә хуш еҫ төтәҫләп, Раббыны асыуландырҙы.


Мин һине иң тос орлоҡтан Һайланма йөҙөм ағасы итеп үҫтергәйнем. Нисек һин әсе емешле, ҡырағай бер йөҙөм булдың?


Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы, Емештәре лә бихисап уның: Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе; Тупрағы бәрәкәтле булғас, Табыныу бағаналары ла матурыраҡ.


Ә һин, эй көтөүҙе күҙәтә торған манара, Сион-ҡыҙҙың нығытмаһы булған Йәрүсәлим, Хакимлығың һиңә кире ҡайтыр, Йәрүсәлим батшалығын кире алыр».


Ҡая баштарынан күрәм уны, Ҡалҡыулыҡтарҙан ҡарайым уға: Был халыҡ башҡаларҙан айырым йәшәй, Бүтән ҡәүемдәр менән ҡушылмай.


Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына барҙы. Япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапмағас: – Бынан һуң бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине. Инжир ағасы шунда уҡ ҡороно.


Хәҙер икенсе ҡиссаны тыңлағыҙ. Ер биләүсе бер кеше булған. Ул йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.


Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән.


Алыҫта япраҡҡа күмелеп ултырған инжир ағасын күреп, емеше булмаҫмы, тип уның янына килде, әммә япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы: инжир ваҡыты етмәгәйне әле.


Ғайса уларға ҡиссалар менән һөйләй башланы: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.


Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырыр өсөн, хеҙмәтсеһен ебәргән.


Улар – исраилдар, Алла уларҙы Үҙ балалары итте, уларға Үҙенең шөһрәтен күрһәтте, улар менән килешеүҙәр төҙөнө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен өйрәтте, вәғәҙәләр бирҙе.


Ҡайһы ғәскәриҙең ҡасан да булһа үҙ иҫәбенә хеҙмәт иткәне бар? Ниндәй баҡсасы үҙе ултыртҡан йөҙөм емештәрен ашамай? Ҡайһы көтөүсе үҙенең көтөүенән һөт эсмәй?


Раббыға яуабығыҙ шулаймы, Эй аҡылһыҙ, мәғәнәһеҙ халыҡ? Һеҙҙе яратҡан Атайың түгелме Ул? Һине бар ҡылған, нығытҡан Ул түгелме?


Күпмелер ваҡыт үткәс, Шимшон Сореҡ үҙәнендә йәшәгән Делила исемле бер ҡатынға ғашиҡ булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ