Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 5:15 - Изге Яҙма

15 Әҙәм күндәмләнер, Кеше теҙ сүгергә мәжбүр булыр, Тәкәббер күҙҙәр ергә төбәлер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Әҙәм күндәмләнер, Кеше теҙ сүгергә мәжбүр булыр, Тәкәббер күҙҙәр ергә төбәлер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Әҙәм күндәмләнер, Кеше теҙ сүгергә мәжбүр булыр, Тәкәббер күҙҙәр ергә төбәлер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 5:15
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иҙелгән бәндәләреңде ҡотҡараһың, Ҡарашың менән тәкәбберҙең башын эйҙерәһең.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Иҫеңә төшөр, Раббы, Дауытты, Ул кисергән бөтә ғазаптарҙы;


Минең күңелем Һиңә яғыла, Һинең уң ҡулың мине ныҡ тота.


Әле һин һаман да Минең халҡымдан өҫтөн ҡыланаһың, уны ебәрмәй ҡарышаһың.


Күҙҙәре шундай тәкәббер, һауалы ҡараған заттар була.


Бөйөк Хаким Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә эшен тамамлағандан һуң, былай тиер: «Ашшур батшаһын тәкәббер йөрәге, Текә ҡарашы өсөн язалаясаҡмын.


Бына бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Дошманды дәһшәтле көсө менән Ағас ботағылай һындырасаҡ. Иң оҙон ағастар ҡырҡыласаҡ, Бейектәре йығып һалынасаҡ.


Әйтер Раббы: «Донъяны – яуызлығына күрә, Ямандарҙы ғәйептәре өсөн язалайым. Тәкәбберҙәрҙең ғорурлығына сик ҡуям, Аяуһыҙҙарҙың эрелеген түбәнһетәм.


Әҙәмдең тәкәббер ҡарашы шиңер, Ғорурлығы селпәрәмә килер. Ул көндө тик Раббы ғына юғары күтәрелер.


Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ул көн Бөтә һауалы, юғары, ғорурҙарҙы түбәнһетер.


Әҙәмдәрҙең – ғорурлығы, Бәндәнең тәкәбберлеге түбәнһетеләсәк. Ул көндө бары тик Раббы юғары күтәреләсәк.


Шуға күрә кәмһетелер әҙәм, Түбәнһетелеп теҙ сүгер кеше. Раббы, Һин уларҙы ғәфү итмә!


Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә!


Миңә асыу тотҡаныңа күрә, Маһайыуың килеп ишетелгәнгә, Мороноңа ырғаҡ, Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм; Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм.


Мин уларҙы бының өсөн язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?


Ул көн һин, эй Йәрүсәлим, Миңә ҡаршы ҡылған гонаһтарың менән Үҙ-үҙеңде улай хурламаҫһың, Сөнки Мин һинең араңдан Затлылығы менән маҡтанғанды Алып ташлармын, Инде һин Минең изге тауымда Эреләнеп маһаймаҫһың.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ