Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 49:24 - Изге Яҙма

24 Мәгәр көслөнөң ҡулынан яумалын, Залимдан тотҡондарҙы тартып алып буламы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Мәгәр көслөнөң ҡулынан яумалын, Залимдан тотҡондарҙы тартып алып буламы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Мәгәр көслөнөң ҡулынан яумалын, Залимдан тотҡондарҙы тартып алып буламы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 49:24
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Беҙҙең менән булған хәлдәргә үҙебеҙҙең яман эштәребеҙ һәм оло ғәйебебеҙ сәбәп булды. Шуға ҡарамаҫтан, Һин, Аллабыҙ, беҙ лайыҡ булғанға ҡарағанда еңелерәк яза биргәнһең, халыҡтың ҡалдығын иҫән-аман һаҡланың,


Беҙ ҡол инек, әммә Аллабыҙ беҙҙе ҡоллоҡта ла ташламаны. Беҙгә йән керһен, Аллабыҙ йортон төҙөһөн, уны емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырһын өсөн, Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә беҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн, беҙгә Фарсы батшаларының алдында Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтте.


Беҙҙең менән нимә генә булһа ла, Һин ғәҙел эш иттең, сөнки Һин тоғроһоң, ә беҙ яуызлыҡ ҡылдыҡ.


Был ер үҙенең мул уңышын гонаһтарыбыҙ өсөн Һин беҙҙе баш һалырға дусар иткән батшаларға бирә. Беҙҙең менән дә, мал-тыуарыбыҙ менән дә улар ни теләһә, шуны эшләй, бик тә ҡыҫырыҡланып йәшәйбеҙ беҙ.


Әммә был халыҡ таланған һәм иҙелгән, Соҡорҙарға ырғытылған, зиндандарға бикләнгән. Табышҡа әйләнгәндәр, ҡотҡарыусы юҡ. Таланғандар, «Кире бир!» – тип әйтеүсе юҡ.


Уларҙың арыҫландай ырылдағаны ишетелә; Йәш арыҫландай үкерә улар, Табыштарын эләктереп, Һөйрәкләп алып китәләр – Бер кем дә ҡотҡара алмаясаҡ.


Шуға күрә уға бөйөктәр араһында өлөш бирермен, Яумалды көслөләр менән бүлешер. Сөнки йәнен фиҙа ҡылды, Енәйәтселәр менән тиң һаналды. Бик күптәрҙең гонаһын үҙенең өҫтөнә алды, Енәйәтселәрҙең дә яҡлаусыһы булды».


Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, бөтә Исраил халҡы – ошо һөйәктәр ул. Ҡара, улар: «Һөйәктәребеҙ кибеп бөттө, өмөтөбөҙ үлде, киләсәгебеҙ юҡ», – тиҙәр.


Раббы минән: – Эй әҙәм улы, был һөйәктәр терелә аламы? – тип һораны. – Йә Раббы Хаким, быны Һин генә беләһең, – тинем.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, һиңә ҡаршы сығам, Яу арбаларыңды яндырам – төтөнгә әйләнерҙәр; Һинең йәш арыҫландарыңды ҡылыс тураҡлар, Ерҙә йыртҡыслығыңа сик ҡуям, Илселәреңдең тауышы тынып ҡалыр!»


Кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алыр икән? Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына уның өйөн талай алыр.


Һис кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алмаҫ. Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына өйөн талай алыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ