Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 49:22 - Изге Яҙма

22 Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин ҡулымды һуҙып, ҡәүемдәргә ишара бирермен, Халыҡтарға байрағымды күтәрермен. Улар һинең улдарыңды – ҡосаҡтарында, Ҡыҙҙарыңды яурындарында килтерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин ҡулымды һуҙып ҡәүемдәргә ишара бирермен, Халыҡтарға байрағымды күтәрермен. Улар һинең улдарыңды – ҡосаҡтарында, Ҡыҙҙарыңды яурындарында килтерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин ҡулымды һуҙып, ҡәүемдәргә ишара бирермен, Халыҡтарға байрағымды күтәрермен. Улар һинең улдарыңды – ҡосаҡтарында, Ҡыҙҙарыңды яурындарында килтерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 49:22
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Раббыбыҙ бар ҡылғандарҙың һәммәһе! Ул хакимлыҡ иткән һәр урында Раббыға шөкөрана ҡылығыҙ! Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем!


Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм.


Мыҫҡыл менән, нәфрәт сәсеп һөйләшәләр, Кешегә эреләнеп, янап ҡарайҙар.


Сит халыҡтар Исраил халҡын үҙ төйәгенә ҡайтарыр. Раббы ерендә исраилдар был халыҡтарҙы ҡол итер. Үҙҙәрен әсир иткәндәрҙе әсир итерҙәр, Элек үҙҙәрен иҙгәндәргә хаким булырҙар.


Эй һеҙ, донъяны төйәк иткәндәр, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр! Тауҙа әләм күтәрелгәс – күрерһегеҙ! Борғо ҡысҡыртҡас – ишетерһегеҙ!


Төньяҡҡа: „Бир уларҙы!“ Көньяҡҡа: „Тотма уларҙы, – тип әйтермен. – Улдарымды алыҫтан, Ҡыҙҙарымды ерҙең сигенән килтер, – тиермен. –


Бына халҡым йыраҡтарҙан, Кем төньяҡтан, кем көнбайыштан, Ҡайһыһы Синимдан килеп етер.


Сығығыҙ, сыҡ ҡапҡаларҙан! Халыҡҡа юл әҙерләгеҙ! Тупраҡты тигеҙләп юл һалығыҙ, Таштарынан таҙартығыҙ! Халыҡтарға юл күрһәтеп, байраҡ күтәрегеҙ!


Араларына бер билдә ҡуясаҡмын. Иҫән ҡалғандарының ҡайһыларын ҡәүемдәргә – Таршишҡа, Пулға, йәйә киргәндәр иле Лудҡа, Тувалға, Яуанға, даным хаҡында ишетмәгән, шөһрәтемде күрмәгән алыҫтағы диңгеҙ буйҙарындағы халыҡтарға ебәрәсәкмен. Улар Минең шөһрәтемде был ҡәүемдәргә бәйән итәсәк.


Шунан һуң исраилдар Раббының ҡорамына икмәк саҙаҡаларын пак һауыттарҙа нисек алып килһә, улар ҙа бөтә ҡәүемдәрҙән ҡәрҙәштәрегеҙҙе аттарҙа, арбаларҙа, ылауҙарҙа, ҡасырҙарҙа, етеҙ дөйәләрҙә изге тауыма, Йәрүсәлимгә Раббыға бүләк итеп килтерәсәк.


Бик күп халыҡтар, көслө милләттәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләп, Уның илтифатын ҡаҙаныр өсөн, Йәрүсәлимгә килерҙәр».


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында табын артында ултырырҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ