Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 46:11 - Изге Яҙма

11 Көнсығыштан йыртҡыс ҡошто, Алыҫ илдән ниәтемде тормошҡа ашырыусыны саҡырҙым. Мин әйттемме – һүҙемде мотлаҡ еренә еткерәм, Ниәтләнемме – ғәмәлгә ашырам!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Көнсығыштан йыртҡыс ҡошто, Алыҫ илдән ниәтемде тормошҡа ашырыусы саҡырҙым. Мин әйттемме – һүҙемде мотлаҡ еренә еткерәм, Ниәтләнемме – ғәмәлгә ашырам!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Көнсығыштан йыртҡыс ҡошто, Алыҫ илдән ниәтемде тормошҡа ашырыусыны саҡырҙым. Мин әйттемме – һүҙемде мотлаҡ еренә еткерәм, Ниәтләнемме – ғәмәлгә ашырам!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 46:11
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?


Әммә Ул Үҙе хәл итә. Кем Уның фекерен үҙгәртә алыр? Ул нимә теләһә, шуны ҡыла.


Көнсығыштан кем ҡотҡарыусыны алып килде? Кем уға хеҙмәт итергә әмер бирҙе? Халыҡтарҙы уның ихтыярына кем тапшыра? Кем батшаларҙы баш эйҙерә? Ҡылысы менән уларҙы саң-туҙанға әйләндерә, Уҡ-йәйәһе менән ел осорған һаламдай туҙҙыра.


Барыһын да Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән эшләүсе Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсихтә Үҙе вәғәҙә иткәнде алыусылар итте.


Әгәр инде Алланан булһа, һеҙ уны юҡ итә алмаҫһығыҙ, ни бары үҙегеҙҙе Аллаға ҡаршы ҡуйырһығыҙ, – тине Ғамалиил. Аҡһаҡалдар уның һүҙенә ҡолаҡ һалды.


Нимә тип әйтәйем? Ул нисек әйтһә, шулай эшләне. Ҡалған ғүмеремде хәсрәт эсендә үткәрермен.


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.


Алла тарафынан баштан уҡ билдәләнгән был мәңгелек ниәт Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә тормошҡа ашырылды.


Шуға күрә Раббының Бабилға ҡаршы ниәтен тыңлағыҙ. Халдей иленә ҡаршы маҡсатын ишетегеҙ. Хаҡтыр, көтөүҙән бәрәстәрҙе һөйрәп алып китерҙәр, Раббы кешеләре арҡаһында Бабилдың көтөүлектәрен дә һәләк итер.


Мин төньяҡтан берәүҙе ҡуҙғаттым һәм ул килә; Көнсығыштан исемем менән саҡыра. Көршәксе балсыҡ баҫҡандай, Хакимдарҙы аяҡ аҫтына һалып тапай.


Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Села


Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы.


Һин бөтә сиреүең һәм эргәңдәге күмәк халыҡтар менән бергә Исраил тауҙарында һәләк буласаҡһың. Һәр төрлө йыртҡыс ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен һине.


«Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы. Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын. Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға, Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ, Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы Ул тәкәббер баш күтәрҙе.


Кирҙы Үҙемдең ғәҙел ниәтем менән күтәрҙем. Мин уның бөтә юлдарын тигеҙләйәсәкмен. Ул Минең ҡаламды төҙөйәсәк, Һөргөндәге кешеләремде Түләүһеҙ һәм ришүәтһеҙ азат итәсәк». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


Кир хаҡында: „Ул – минең көтөүсем, Ихтыярымды бойомға ашырыр“, Йәрүсәлимгә: „Яңынан төҙөләсәкһең!“ Ҡорамға: „Ҡабат ҡороласаҡһың!“ – тип әйтәм».


Алтынсы фәрештә туҫтағын бөйөк Евфрат йылғаһына түкте: ҡояш ҡалҡҡан яҡтан киләсәк батшаларға юл әҙер булһын өсөн, йылғаның һыуы кипте.


Барыһы ла тауҙарҙа йыртҡыс ҡоштарға, Ҡырағай йәнлектәргә ҡаласаҡ. Йәйгеһен йыртҡыс ҡоштарға, Ҡыш ҡырағай йәнлектәргә ем буласаҡ.


– Ә ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – ҡаты урынға ҡағылған ҡаҙаҡ урынынан ҡутарылып сығасаҡ, йығыласаҡ, уға аҫылған йөк тә юҡ буласаҡ. Был – Раббы һүҙе.


Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде, Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни? Нығытмалы ҡалаларҙы емереп, Уларҙы харабаға әйләндереп, Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым.


Бөтә ҡырағай йәнлектәр, Урмандағы барса хайуандар, Килегеҙ ҙә ашағыҙ!


Бик аҙҙар ғына, ҡылыстан ҡотолоп, Мысырҙан Йәһүҙәгә ҡайтасаҡ. Мысыр еренә йәшәргә килгән йәһүҙиҙәрҙең иҫән ҡалғандары шул ваҡытта кемдең һүҙе – Минекеме, әллә уларҙыҡымы – тормошҡа ашҡанын белер.


Бөйөк Хаким Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә эшен тамамлағандан һуң, былай тиер: «Ашшур батшаһын тәкәббер йөрәге, Текә ҡарашы өсөн язалаясаҡмын.


Йә Раббы! Һин – Аллам минең! Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым, Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде Ифрат тоғролоҡ менән ғәмәлгә ашырҙың.


Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин бабилдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?»


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ