Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 45:19 - Изге Яҙма

19 Мин йәшерен генә, ҡараңғы урында тороп һөйләмәнем, Яҡуп тоҡомона: „Мине буш урындарҙа эҙләгеҙ!“ – тимәнем. Хәҡиҡәтте һөйләгән, Дөрөҫлөктө асҡан Раббы Мин.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Мин йәшерен генә, ҡараңғы урында тороп һөйләмәнем, Яҡуп тоҡомона: „Мине буш урындарҙа эҙләгеҙ!“ – тимәнем. Хәҡиҡәтте һөйләгән, Дөрөҫлөктө асҡан Раббы Мин.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Мин йәшерен генә, ҡараңғы урында тороп һөйләмәнем, Яҡуп тоҡомона: „Мине буш урындарҙа эҙләгеҙ!“ – тимәнем. Хәҡиҡәтте һөйләгән, Дөрөҫлөктө асҡан Раббы Мин.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 45:19
45 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә хәҙер Раббы хозурында йыйылған барлыҡ исраилдар алдында, Аллабыҙ ҡолағына ла ишетелһен тип шуны әйтәм: был һәйбәт ерҙе биләр һәм уны үҙегеҙҙән һуң балаларығыҙға мәңгелеккә мираҫ итеп ҡалдырыр өсөн, Аллағыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын теүәл үтәгеҙ.


Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.


Минең исемем менән аталған халҡым, ғәйебен танып, буйһонһа, яман юлдарын ташлап, Миңә ынтылһа, Мин асмандан уларҙы ишетермен дә гонаһтарын ярлыҡармын, илдәрен сәләмәтләндерермен.


Юлда беҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн батшанан ғәскәр һәм һыбайлы яугирҙәр һорарға оялдым, сөнки беҙ батша менән һөйләшкәндә: «Үҙенә һыйынғандарға Аллабыҙҙың рәхмәте киң, ә Үҙен ташлағандарға асыуы яман», – тигәйнек.


Мин Һинең мөхәббәтеңә өмөтләнәм, Күңелем ҡотҡарыуыңа ҡыуанасаҡ. Мин Һиңә йырлармын, Раббы: «Ул миңә яҡшылыҡ ҡылды».


Раббы, мәңгелектән килгән Мәрхәмәтең менән мөхәббәтеңде иҫкә төшөр.


Иҙелгәнгә һыйыныс булыр Раббы, Бәлә килгән саҡта – ышаныслы ышыҡ.


ғәм халыҡ араһында яр һала, ҡала ҡапҡаһы төбөндә телмәр тота:


Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.


Алланың һәр әйткәне һыналған һәм саф: Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.


Минең рухлы телмәремде тыңлағыҙ, – ауыҙымды дөрөҫлөк һөйләр өсөн асамын.


Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.


Мин Үҙем әйттем, ҡотҡарҙым. Шул турала иғлан иткән – Мин ул, Арағыҙҙа башҡа аллалар юҡ ине. Һеҙ – Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы. – Мин – Алла!


Дәһшәткә төшмәгеҙ, ҡурҡмағыҙ: Мин быларҙы борондан уҡ һеҙгә белдермәнемме ни? Һеҙ – Минең шаһиттарым. Минән башҡа алла бармы? Башҡа Ҡая юҡ; Мин бүтәнде белмәйем!»


Мин Үҙемдең барлығым менән ант итәм, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ғәҙел, ул бушҡа сыҡмаҫ: „Минең алда һәр кем теҙ сүгәсәк, Һәр тел Минең исемем менән ант итәсәк!“


Бөтә Исраил нәҫеле Раббы арҡаһында аҡланыр һәм дан ҡаҙаныр!


Миңә яҡынлағыҙ, быны тыңлағыҙ! Мин баштан уҡ йәшереп һөйләмәнем, Был башланғандан алып Мин унда булдым». «Инде Раббы Хаким мине һәм Үҙенең Рухын ебәрҙе».


Эдомдан килә ятҡан кем? Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул? Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем? «Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе, Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған».


Яҡуп нәҫеленән яңы быуын тыуҙырырмын, Йәһүҙә тоҡомонан тауҙарыма хужа сығарырмын. Һайлап алған халҡым шул тауҙарҙы биләп алыр. Минең ҡолдарым шунда йәшәр.


Әгәр һеҙгә: «Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, бышылдаған һәм мығырҙаған күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итегеҙ», – тиһәләр, «Халыҡ үҙенең аллаларынан һорарға тейеш түгелме ни? Тереләр хаҡында үлеләр менән кәңәшләшәләрме ни?» – тип әйтегеҙ.


Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?


Раббы Исраил нәҫеленә былай ти: «Миңә ынтылығыҙ, шунда иҫән ҡалырһығыҙ.


– Мин асыҡтан-асыҡ, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем.


Ана, Ул асыҡтан-асыҡ һөйләй, ә Уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмайҙар. Әллә башлыҡтар Уны ысынлап та Мәсих тип уйлаймы икән?


Ғайса, Алла йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – Ул ысын. Уны һеҙ белмәйһегеҙ.


Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы.


Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.


Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ