Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 43:24 - Изге Яҙма

24 Минең өсөн хуш еҫле ҡамыш һатып алманың, Ҡорбандарыңдың эс майы менән Мине һыйламаның. Киреһенсә, Миңә гонаһтарыңды йөкмәттең, Ғәйептәрең менән йонсоттоң.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Минең өсөн хуш еҫле ҡамыш һатып алманың, Ҡорбандарыңдың эс майы менән Мине һыйламаның. Киреһенсә, Миңә гонаһтарыңды йөкмәттең, Ғәйептәрең менән йонсоттоң.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Минең өсөн хуш еҫле ҡамыш һатып алманың, Ҡорбандарыңдың эс майы менән Мине һыйламаның. Киреһенсә, Миңә гонаһтарыңды йөкмәттең, Ғәйептәрең менән йонсоттоң.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 43:24
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡәүемдәргә: «Раббы – батша!» – тип иғлан итегеҙ. Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. Раббы халыҡтарға хаҡ хөкөм ҡылыр.


Раббы Мусаға былай тине: – Тигеҙ күләмдә бына ошондай хуш еҫле матдәләр ал: шехелеҫты һәм натаф, хелбана, ладан сайырҙарын ал.


Һарун һәр көн иртәнсәк майшәмдәрҙе рәтләргә һәм һәр кис уларҙы тоҡандырырға килгәнендә, ошо ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтһен. Раббы алдында ошолай хуш еҫ төтәтеү даими рәүештә, быуындан-быуынға башҡарылырға тейеш.


Күңелем нәфрәтле яңы ай һәм башҡа байрамдарығыҙға. Улар Минең өсөн бер йөк булды. Уларҙы ташып арыным.


Шуға күрә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраилдың Ҡөҙрәтлеһе былай тип белдерә: «Дошмандарыма асыуымды түгермен; Уларҙан үсемде алып йыуанырмын.


Әммә улар баш күтәреп Уның Изге Рухын рәнйеттеләр. Шуға күрә Ул уларға дошман булды, Уларға ҡаршы һуғышты.


Шунан һуң Ишағыяһ: – Тыңла, эй Дауыт нәҫеле! – тине. – Кешеләрҙең сабырлығын һынауың етмәгән, инде минең Алламдың сабырлығын һынайһыңмы?


Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.


Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».


Йәш сағыңды иҫеңдә тотмаған һәм ҡылған эштәрең менән асыуымды килтергән өсөн, был ғәмәлдәреңдең әжерен башыңа төшөрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Бөтә был әшәкелектәреңә өҫтәп, боҙоҡлоҡҡа ла бирелмәнеңме ни?


Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм


Ҡаһин уларҙың бөтәһен дә ҡорбан усағында яндырһын. Был ризыҡ – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Бөтә май – Раббыныҡы.


Ҡорбан килтереүсе, кәзәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уны Раббыға хуш еҫ өсөн усаҡта яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.


Тиҙҙән һеҙгә бына нимә булыр: Көлтә тейәлгән арба менән иҙгән һымаҡ Мин дә һеҙҙе иҙәсәкмен.


Көтөүендә кәмселекһеҙ иркәк мал була тороп та, нәҙер ҡорбаны итеп бөйөк Хакимға зәғиф мал килтергән алдаҡсыға ләғнәт. Мин – бөйөк батша, исемем халыҡтарҙың ҡотон ала! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ